ЯҢЫ ЮЛ 9

ЯҢЫ ЮЛ 9 https://bash.news/yuldash/4780_yany-yul-9
30 авг, 12:07

 

ЯҢЫ ЮЛ 9
ЯҢЫ ЮЛ 9


Һорауҙар, кәңәш һәм ярҙам өсөн-2516579. 
 
https://vk.com/club54260786-фекер алышыу. 
 
Бөгөнгө сығарылышта!
 
......Вадим уртараҡ буйлы, ҡаҡсараҡ егет. Аҡыллы. Белемле. 12 йәштән төрлө үләндәр, синтетик матдәләр, бәшмәктәр, һуңғы йылдарҙа таҙа килеш  jwh менән мауыға.  Наркотиктар менән эләгеп, бер тапҡыр ҙур аҡса түләп хөкөмдән ҡотолоп ҡалған, икенсеһендә шартлыса /условка/ хөкөм ителгән. Бөгөн ул  наркотиктарға көнөнә 40 меңләп аҡса сарыф итеүен һөйләй. Дөйөм, уның хәле арыу. Яҡшы йоҡлай, ашай, стационарҙағы режим үҙ хөҙөмтәһен бирә.   
 
........Роман героин ҡулланыусы. Героинға  ла тиҙ өйрәнәләр, тик тиҙҙән унан ләззәт алыу бөтә, бары йәшәр өсөн ҡулланырға мәжбүрҙәр, сөнки тәндәге ломка көслө. Яңы синтетик наркотиктарҙа ул юҡ, бары тик психологик тартылыш. Мейе рәхәтте хәтерләп ҡала, организм үҙ аллы эндорфиндар- шатлыҡ гормондарын етештереүҙән туҡтай, башҡаса ләззәт ала белмәй. Героинда һыҙланыу туҡтатһа, соли-скоростарҙа ауыртыу юҡ. Тормоздар юҡ. Ҡулланған һайын ҡулланғы килә. 
 
.......Психолог Галина сәбәптәрен барлай.  Баланы 3 йәштән уйынсыҡтары менән бүлешергә ҡушалар, юҡ икән, ҡарун-жадина тип әрләйҙәр. Үҫмер саҡта ла тыйыуҙар, һөҙөмтәлә, баҫылған хистәр, уларҙы-хистәрҙе наркотиктар һәм эскелек менән сығарыла. Клиник психолог Гөлнара Тимербулатова әгәр үҙәктән бала ҡайтам тип ашҡына икән, был уның тыуған йортон, ата-әсәһен һағыныуҙан бигерәк  наркотиктарға, закладкаларына тартылыуы менән аңлата. 
 
.......Рәмилә улына спайс һатыусыларҙы эҙәрләклеүен иҫкә төшөрә. Әммә ул номерҙар буйынса шылтыратҡанда инде телефондары һүндерелгән була. Гөлдәр апайҙың улы 7-се ай стационарға. Солилар афәте. Әсә кеше улының дауаһы өсөн кредиттарға батҡан, әммә иң мөһиме-балаһы тере һәм ул быға шат, башҡа ата-әсәләрҙе лә был бәләгә иғтибарлы булырға саҡыра. 
 
........Бушлай дауаларға  мөмкин. Нисек эскелекте, шулай наркотиктарҙы. Иң мөһиме, һуҙмаҫҡа. Дауалауҙы нисек башларға? Беренсенән, белгестәргә мөрәжәғәт итергә. Консультация алғандан, бергәләп ултырып дауалау юлдарын ҡарағандан һуң эш башлана.  Социаль ярҙамға тиклем детокс үтеү, йәғни, организмдан ағыуҙы ҡыуыу ҡаралған.
 
 
Психолог Ринат Зинәтуллин көсөргәнеште сисеү буйынса треннинг үткәрә.
 
http://www.fundzj.ru

Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа
16:45, 14 дек
15:47, 07 дек
16:13, 19 ноя
12:01, 30 окт