ЯҢЫ ЮЛ 11

ЯҢЫ ЮЛ 11 https://bash.news/yuldash/4811_yany-yul-11
12 сен, 12:23

 

ЯҢЫ ЮЛ 11
ЯҢЫ ЮЛ 11


Был сығарылышта:
 
-Үҙәктә конфликт. Ринат менән  Денис араһында...  Конфлик өнһөҙ бара, дөрөҫөрәге, ул башланып ҡына тора. Һәм ҡағиҙәләрҙән тайпылмай. Ҡағиҙәләр: үҙәктә йәшәй башлағас та агрессияңды белдермәҫкә. Ризаһыҙлығыңды, тәңҡитте конфликттан һуң бер тәүлек үткәс кенә белдерергә була, уныһында ла һөйләшеү ике кеше араһында ғына үтмәй, уны төркөм менән анализлайҙар. Ул да ярҙам итмәй икән…..Серияларҙы күҙәтеп барабыҙ. 
 
-Һәләкәт юлында уларҙың күп әйберҙәргә иҫе китмәй башлай. Кейемгә, мәҫәлән, бер ҡат кейергә кейеме булһа, еткән. Тоҙҙарҙан алған ләззәт бар нәмәнән өҫтөнлөк ала.  Кейем дә,эш тә, уҡыу ҙа кәрәкмәй. Баштарында-ул ғына.
 
-Фен-фенамин, йәғни амфетаминдың жаргон атамаһы. Капсула, дарыу, порошок рәүешендә һатыла. Күберәк еҫкәйҙәр һәм йоталар. Күп дозала тәьҫире 2-3 көн дауам итә. Аҙағы-психатрия, төрмә һәм үлем.
 
-Вадим: Эштән ҡыуҙылар, иҫем китмәне, хатамды әле генә аңланым.
 
-Гөлдәр /әсә/: 3 йыл буйы донъяның йәмен күрмәнем, тәҙрәнән-тәҙрәнән йөрөп баламды көттөм. Бөгөн мин асыҡ рәүештә барыһына ла-минең балам наркоман, тип әйтә алам. Оялмайым. Кешеләрҙән ҡурҡмайым. Иң мөһиме, балам тере. Ә мин был донъялағы иң бәхетле кеше.
 
-Гөлдәрҙең улы тоҙҙарҙан бер йыл дауаланғандан һуң, бөгөн яңы тормош башлаған.
 
Яҙмала  /https://vk.com/topic-54260786_32267119/ : уларҙы-наркотиктарҙан ыҙалағандарҙы фото-видеоға төшөрәләр һәм көләләр.
 
Фотоларҙа: "Уйынсығымды бир!" тигән треннинг. Ул үҙ сиктәреңде билдәләү һәм манипуляцияларға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән.  
 
Үҙәктә бөтә донъя айыҡлыҡ көнөн билдәләнеләр. 
 
 
Белгес ярҙамы-89273326888

Минземимущество
15:47, 07 дек
12:10, 28 ноя
14:50, 07 ноя
16:47, 20 окт
13:53, 28 сен