Ағзалар - донорлыҡҡа!

Ағзалар - донорлыҡҡа! https://bash.news/yuldash/4817_ahzalar-donorlykka
15 сен, 19:35

Юл һәләкәттәрендә һәләк булған кешеләрҙең ағзаларын - донорлыҡҡа!

Ағзалар - донорлыҡҡа!
Ағзалар - донорлыҡҡа!


Йәмғиәт палатаһы вәкиле Шамил Ганцев быны закон кимәлендә башҡарырға тәҡдим яһай. Йәғни, һәр водителдең танытмаһында ағзаларҙы донорлоҡҡа биреү ризалығы тураһында билдә булырға тейеш. Ул-был хәл булһа, ризамы, юҡмы?  Эйе икән, тимәк, тура донор ағзаһына мохтаж булған кешене ҡотҡарырға!
Эксперттар - Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының донорҙар бүлеге етәксеһе Илдар Мусин һәм Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы өлкән инспекторы Ленар Зиннуров. 
 
- Юл фажиғәһенән һуң ағзалар донорлоҡҡа алырлыҡ хәлдә буламы?
- Республикала донорлыҡ программаһы бармы һәм ул нисек эшләй?
- Донорлоҡҡа ағза көткән, сират торған кешеләр күпме? /Беҙҙә. Рәсәй буйынса?/
- Ниндәй ағзаларға?
- Һәм күпме эшләнгән?
- Һәр организм донор ағзаны ҡабул итә алмаймы?
- Бындай операцияның ауырлығы нимәгә ҡайтып ҡала?
- Ә ундайҙар-ағзаларын донорлыҡҡа бирергә теләгәндәр күпме? Үҙе иҫән-һау килеш?
- Ә күпме тора ул донорлыҡҡа тәҡдим иткән ағзалар? Күпмегә һатыла тип әйтәйек һәм ҡуйҙырыусы күпме түләй?
- Бюджет иҫәбенә лә башҡарыла ағзаларҙы күсереп ултыртыу?
- Бөгөн аварияға эләккән кешеләрҙең былай ҙа ағзаларын донорлыҡҡа ҡулланалар тигән фекер ҙә яңғырап ҡуйҙы. Туғандары рөхсәтенән тыш мөмкинме?
 
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар беҙҙең тапшырыуҙа.

Когда отремонтирую ваш подъезд