Мөжәүир Буранбаевтың "Башҡорттар - Уралдың, Рәсәйҙең данлы улдары" китабы

Мөжәүир Буранбаевтың "Башҡорттар - Уралдың, Рәсәйҙең данлы улдары" китабы https://bash.news/yuldash/4827_mezheuir-buranbaevtyn-bashkorttar-uraldyn-resejzen-danly-uldary-kitaby
22 сен, 17:00

      М.Буранбаев Свердловск өлкәһендә йәшәй, отставкалағы подполковник. Тамырҙары -Баймаҡ яғынан. Ул яу батырҙары хаҡында ғына түгел, XX быуатта сит илдәрҙә абруй ҡаҙанғандар  хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Беҙ   З.Вәлиди, А.Инанды яҡшы беләбеҙ. Ә бына Мөхәмәт Ҡорбанғәлиевты белеүселәр бар микән? 1924 йылда  ул Японияға күсә. Токиола мосолман йәмғиәте төҙөй. Типография асып, «Япон мөхбире» тигән журнал булдыра, унда «Ҡөрьән»де баҫа.  Дипломатик холоҡло Мөхәмәт Ҡорбанғәлиев Япония олигархтары менән генә түгел,  Корея, Манчьжурия вәкилдәре менән дә иҡтисади бәйләнештәр урынлаштыра. 1938 йылдың   12 майында Токиола тәүге «Исламия» мәсете эш башлай. Бер йылдан һуң премьер-министр Киитиро Хиронума Японияла Мөхәмәт Ҡорбанғәлиев етәкселендә ислам дине башҡа конфессиялар, йәғни буддизм һәм христиан дине кеүек, киң таралыуын билдәләй.

     Китапҡа генштабты ғәжәпкә ҡалдырған Урал буйындағы археологик яңылыҡтар ҙа инеп киткән.

     Ҡыҫҡаһы, халыҡты шәхестәр күтәрә, тиҙәр. Подполковник Мөжәүир Буранбаев   «Башҡорттар – Уралдың, Рәсәйҙең данлы улдары» тигән китабы менән ил, донъя фонында милләт бәҫен арттырыусы уҙаман булараҡ иҫтә ҡала.

Здоровье и долголетия
Минземимущество