ЯҢЫ ЮЛ 13

ЯҢЫ ЮЛ 13 https://bash.news/yuldash/4837_yany-yul-13
28 сен, 13:53

Һорауҙар өсөн-251-65-79. Белгес кәңәше-89273326888.
 
Был сығарылышта:
 
Өфөлә 17 йәшлек мәктәп уҡыусыһын ҡулға алдылар. Ул наркотиктар һатып тотолдо. 11 грамм үҙе менән. Йәнә уның 17 йәшерен закладка урыны табылды. Төшкә тиклем ул мәктәпкә йөрөй, уҡый, ә төштән һуң закладкалар яһау менән шөғөлләнә булып сыҡты. Өйөндә уларҙы бүлеп һала. Көнөнә хатта 20-30 закладка эшләп, синтетик наркотиктар һата. Уны закон буйынса яза көтә. Ә Үҙәктә был хаҡта резиденттарға һөйләйҙәрме икән? Психолог Гөлнара Тимербулатова аңлата:
 
Яуап-тапшырыуҙа.
 
-Тартылыш. Ул ғүмер буйы бара. Шуға ла уның-тартылыш менән көрәшергә түгел, уны-тартылышты баҫа, наркотиктарҙан баш тарта белергә, урап үтергә өйрәнергә кәрәк. Быға бары тик белгес ярҙамы менән генә өйрәнергә була.
-Шулай итеп, беҙ Үҙәктә. Әле унда медитация бара.
-Артабан уны иртәнге күнекмә дауам итә. 
 -Улар бер-береһен шулай сәләмләй. Был көн оҙонона етерлек позитив бирә. “Ете кәзә балаһы” тренингы башланғансыға тиклем, беҙ Вадимды күнекмәләрҙән саҡырып алайыҡ. Ул шат ҡына. Үткәнендә скорость, соли аҫтында йәштәрҙең аңы томаланып, теләһә кем менән енси мөнәсәббәттәргә инеүен һөйләй башлағайныҡ.  Бөгөнгө мәғлүмәт тағы ла хәтәрерәк.
 
Яуап-тапшырыуҙа
 
Улар бер туғандарына ташлана. Тоҙҙарҙан енси ҡуҙғыу шундай кимәлгә етә-сиктәр юғала. Енси тормош яңы кимәлгә күтәрелә, сикһеҙ ләззәт. Аҙағы-бер.  Урынлы һорау. Ә ундайҙар реабилитация үҙәктәренә эләгә икән? Сәләмәт тормош мәрәхәмәтлек фонды идаралығы етәксеһе Тимур Мөхәммәтов яуап бирә.
 
Яуап-тапшырыуҙа
 
-Гигиена талаптары теүәл үтәлә. Һауыт-һаба махсус шыйыҡсалар менән йыуыла. 100-ләгән синтетик наркотиктарҙан меңләгән һөҙөмтәһе. Тоҙҙар, фен, винттар һәм бәшмәктәр.
 
-Псилоцин йә псилоцибин. Бәшмәктәр. Галлюциген матдә. Поганка-ағыулы бәшмәктә бар. Иҫәнгерәр өсөн 2 грамм киптерелгән бәшмәк ашау ҙа етә.
Бәшмәктәрҙең һөҙөмтәһе-күп һөйләй, ныҡ һыуһай, төҫ, тауыш, утты көсөргәнешле ҡабул итә. Күҙ ҡараһы ҙурайыу сәбәпле, айырыуса утҡа реакцияһы көслө. Көслө бәхет тойғоһо. Хәрәкәт юғала, контроль юҡҡа сыға.
 
-Бик күп мәғлүмәт ата-әсәләрҙә. Улар менән осрашыу һәр саҡ бер яңылыҡ алып килә.
 
Яуаптар-тапшырыуҙа.
 
Спайс-тоҙҙарҙа ултырыусы тубыҡланып тороп анттар итеп үҙенең наркоман икәнен иңҡар итһә лә, аҙаҡ, дауаланғандан һуң, мәжбүри реабилитация үткәндән һуң ата-әсәһенә тере ҡалғаны, яңы тормош өсөн рәхмәт һүҙҙәрен уҡый. Хатта ремиссия өҙөлгән саҡта ла улар элекке хәленә, наркотиктар ҡулланған сағына бер ҡасан да ҡайтмайасаҡ. Сөнки изоляция, психологик дауалау үҙенекен бирмәй ҡалмай.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд
16:45, 14 дек
16:13, 19 ноя
14:50, 07 ноя
15:05, 15 окт