Константин Душенконың "Танылған ир-егеттәрҙең афоризмдары" китабы

Константин Душенконың "Танылған ир-егеттәрҙең афоризмдары" китабы https://bash.news/yuldash/4840_konstantin-dushenkonyn-tanylhan-ir-egetterzen-aforizmdary-kitaby
29 сен, 17:22

         Константин Душенконың «Мысли, афоризмы и шутки знаменитых мужчин» («Танылған ир-егеттәрҙең  афоризмдары... ») тигән китабында  һәр дәүерҙең, йәғни ер йөҙөндәге тәү кеше Адам-Әҙәмдән, беҙҙең эраға тиклемге Августиндан алып Путин, Обамаға тиклем ир-аттың сағыу һүҙҙәре тупланған. Аҙағынан улар адресына башҡа ҙур фигураларҙың ҡыҫҡа һәм тос фекерҙәре, цитаталар бирелгән. Билдәле актер, яҙыусы, сәйәсмән һ.б. нимә тураһында һөйләшәләр икән, тиһегеҙме? Дан, власть, юғары материя һәм, бөтә башҡа ир-ат кеүек, тормош, аҡса, кәйеф-сафа, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға хаҡында ла аҙ түгел. Яҙыусы Фазиль Искәндәр: «Власть- ул шундай урын, унан берәү ҙә үҙ теләге менән китмәүен» билдәләһә,  Махатма Ганди, Һиндостан сәйәсмәне : «Тик көслөләр генә ғәфү итә»,  «Намыҫ эше бер ваҡытта ла күпселек тауыш менән хәл ителмәй», (Дела совести никогда не решаются большинством голосов) тигән. Эйе, зиһене зирәк, ҡәлебе уяу кеше ел ҡайҙа иҫһә, шунда түгел, ә выжданы ҡушҡанса йәшәй.

         Тәрбиә өлкәһенә ҡағылған әйтемдәр ҙә  бар, мәҫәлән, Бенджамин Франклин, ғалим һәм сәйәсмән: үҙ балаларыңды өндәшмәҫкә өйрәт, телләшергә улар  былай ҙа өйрәнер, тигән.  

    Көлдөрөктәр ҙә етерлек китапта. А. Дюманың теге донъяға китерен белгәс, хеҙмәтсеһе ныҡ илай икән. Дюма саҡ тын алып: «Илама, дуҫҡай, күктә кәрәгә ҡалһаң, шундуҡ шылтыратырмын», –тигән.

         Шулай итеп, ваҡыт-ваҡыты менән танылған шәхестәрҙең афоризмдарынан торған китаптарға  ла күҙ һалығыҙ. Үҙегеҙгә күңел аҙығы табырһығыҙ, дуҫтар!  

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий