Барыһы ла тәртиптән башлана

Барыһы ла тәртиптән башлана https://bash.news/yuldash/4844_baryhy-la-tertipten-bashlana
02 окт, 20:52

Бер нисә аҙна элек баш ҡалабыҙҙа ҡурҡыныс хәбәр таралды. 96-сы лицей эргәһендәге гараждар араһында 5 класс уҡыусыһы Виолетта Токарчуктың мәйете табылды. Ул енәйәтсе ҡулынан һәләк булды. Балалар именлеге өсөн кем яуаплы? Был ваҡиғанан һуң ниндәй һығымталар яһарға тейешбеҙ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Кеше хоҡуҡтары өсөн” бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Леонид Чернов менән бергәләп яуап эҙләнек. 

Барыһы ла тәртиптән башлана
Барыһы ла тәртиптән башлана


 
- Көсләү статьяһы буйынса ике тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан кеше йәмғиәт өсөн хәүефле. Һөҙөмтәлә ҡот осҡос хәл. Һеҙ был енәйәт өсөн төп яуаплылыҡ кемдә ята тип билдәләр инегеҙ?
- Александр Валеткин даими күҙәтеү аҫтында булырға тейешле кеше. Ә асылда? 
- Ошондай психик сирлеләр, йәмғиәт өсөн хәүефле кешеләргә ҡарата закондарҙы ҡәтғиләштереү кәрәкмәйме икән? Ошо енәйәт осрағынан һуң, күптәр үлем язаһын тергеҙергә кәрәк тигән фекер белдерә башланы.
- Балаларҙың именлеген тәьмин итеү буйынса мәғариф учреждениеларында ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейеш. Беҙҙә хәлдәр нисек?
- Бала беренсе дәрескә килеп етмәгән осраҡта мотлаҡ ата-әсәләргә шылтыратыу кәрәк тигән фекерҙәр яңғыраны. Был тәҡдим ни тиклем тормошсан? Закон сыҡҡанын көтөп ултырыу мөмкин түгел, мәғариф министрлығында ошо осраҡтан һуң махсус бойороҡ сығырмы, юҡмы?
- Беҙ балаларға мәктәптә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген өйрәтеүҙе әүҙем алып барабыҙ, ә урам буйында ят кешеләр менән аралашыу, ҡайҙа уйнарға ярай-ярамай тигән рәүешле, аҙашҡанда, ниндәйҙер хәлгә осрағанда нимә эшләргә кәрәклеге өйрәтеләме? Полиция хеҙмәткәрҙәре, участка полицейскийҙары мәктәптәргә йөрөймө?
- Балаларҙы итәғәтле булырға өйрәтәбеҙ. Әммә сит кешеләр менән аралашыуҙ ҡайһы саҡ хәүефле булыуын нисек аңлатырға тейешбеҙ?
 
Балалар өсөн яуаплылыҡ тәү сиратта ата-әсәләр иңендә икәнлеген онотмайбыҙ. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, беҙ һис кенә лә Виолетта Токарчуктың ата-әсәһен тәнҡитләргә теләмәйбеҙ. Һәр икенсе ғаилә баланы мәктәпкә тиклем оҙатып ҡуя алмай. Уяу һәм иғтибарлы булайыҡ.
 
 
 

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна