Наталия Правдинаның "Ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн яңы энциклопедия"һы

Наталия Правдинаның "Ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн яңы энциклопедия"һы https://bash.news/yuldash/4850_nataliya-pravdinanyn-katyn-kyz-behete-esen-yany-enciklopediya-hy
05 окт, 17:41

     Наталия Правдина үҙенең «Ҡатын-ҡыҙ бәхете өсөн яңы энциклопедия»һында замана ҡатын-ҡыҙын тормошта нисек бәхетле, уңышлы, йәғни рухи һәм матди яҡтан бай булырға өйрәтә.

     Әгәр  һеҙҙе күңел донъяғыҙ, һаулыҡ, кәүҙә-фигурағыҙ, йә булмаһа ғаиләләге,  эштәге хәлдәр, аҡсаға ҡытлыҡ, яңғыҙлыҡ кеүек  проблемаларҙың берәүһе генә  борсоһа ла, ошо энциклопедияға күҙ йүгертегеҙ әле, хөрмәтле ханымдар. Ҡыҫҡа ғына һигеҙ бүлектә йәнегеҙ теләгән һорауға яуап табырһығыҙ. Әгәр һаулыҡ һәм матурлыҡ, нәзәкәтлелек етеңкерәмәй тип иҫәпләһәгеҙ, Н.Правдина һеҙҙе алиһә кимәленә етер сергә лә, йәшәү энергияһын нисек йәлеп итергә һәм һаҡларға ла өйрәтер.

   Карьера эшләргә теләүселәргә, аҡсаға ҡытлыҡтан арынырға ниәтләүселәргә лә  реаль  кәңәштәр китапта етерлек, дуҫтар. Беренсенән, үҙ көсөңә ышанырға, Себерҙә йә Америкала ғына кеше бай, бәхетле, тиеүҙән арынып, мин ҡайҙа, шунда яҡшы, тип үҙеңде ныҡлы ышандырырға кәрәк. Кемдер аласыҡтай өйҙә лә бәхетле, ә бәғзеләр затлы һарайҙа ла толҡа тапмаҫҡа мөмкин. Шуға ла килемең 10 мең булһа ла, 100, миллион доллар йә евроға етһә лә, әрәм-шәрәм итмәй, аҙырағын һаҡта ҡалдыра барырға, киләсәгем бөгөнгөнән дә матурыраҡ буласаҡ, тип йәшәргә, сабырлыҡ менән алға барырға ҡуша автор. Беҙҙеңсә, хәрәкәттә-бәрәкәт, дуҫтар.   Ысынлап та, барыбыҙҙың да матди донъяһы, унда ғаиләбеҙ, балалар, улар алдында яуаплылыҡ бар. Аҡсаһыҙ бер хәл дә итеп булмай. Тапҡан-таянғанға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүе, тормошсан миҫалдары менән ҡиммәт китап.

   Ә мөхәббәтен табырға, тағы ла бәхетлерәк булырға, төрлө негативтан сафланырға  теләүсе гүзәл заттар Н.Правдинаның ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы энциклопедияһын үҙҙәре алып уҡыһын.  Булмышығыҙ пакланып, яҙмышығыҙ яҡтырып китер. Һәр йәһәттән гармониялы тормош артыҡ булмаҫ, моғайын.

Здоровье и долголетия
Минземимущество