Етештерергә кәрәк!

Етештерергә кәрәк! https://bash.news/yuldash/4856_eteshtererge-kerek
08 окт, 14:08

Нефткә хаҡ күтәрелде. Һум  нығынырмы? Ил иҡтисадында ниндәй күренештәр көтөлә? Бөгөн ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Етештерергә кәрәк!
Етештерергә кәрәк!


Беҙҙә ҡунаҡта Башҡорт дәүләт университетының менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, иҡтисад фәндәре кандидаты, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Вәҡифә Хәйруллина.
 
- Донъя баҙарында нефткә бер ни тиклем хаҡ күтәрелде. Әле барреле 50 доллар самаһы. Шуға ла Америка доллары 64 һумға тиклем төштө. 8 октябргә билдәләнгән рәсми курс буйынса берҙәм европа валютаһы 70 һум 47 тин, доллар 62 һум 7 тин. Алдағы көндәрҙә нимәгә өмөтләнергә? Һум үҙ позицияларын артабан да нығытасаҡмы? Әллә долларҙың арзанайыуы ваҡытлыса күренеш булсаҡмы?
- Долларҙың арзанайыуы Рәсәй халҡы һәм етештереүселәр өсөн отошло булсаҡмы?
- Бөгөн ил баҙарында кемдең йоғонтоһо көслөрәк – Америка ФРС-ыныҡымы, әллә Ҡытай халыҡ банкыныҡымы?  
- Украиналағы хәлдәр, Рәсәй хәрбиҙәренең Сүриәләге операцияһы беҙҙең иҡтисадҡа ниндәй йоғонто яһай? Ҡайһы бер белгестәр бөгөнгө көрсөктө хәрби-сәйәси көрсөк тип тә баһалай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
- Донъя баҙарында нефткә хаҡ күтәрелһә, был беҙҙең иҡтисадҡа ярҙам итәсәкме?
- Сеймал моделе ҡулланыусы ихтыяжын тыуҙырҙы, һәм халыҡҡа кредит биреү мөмкинлеге булдырылды. Ил 2009-сы йылдан башлап 2014-се йылға тиклем ошоноң менән шөғөлләнде. Хәҙер иһә сығанаҡтың төбөнә килеп еттек. Ошо йылдың башынан кредит алыу ҙа, кредит буйынса булған бурыстарҙы түләү ҙә ҡатмарлашты. Был сеймал һатыу һәм ил эсендәге ихтыяж сығанаҡтарына йүнәлтелгән моделдең көрсөгө тигән һүҙҙер моғайын?
- Бөгөн иҡтисадты диверсификациялау, инновациялар секторын үҫтереү, оҙайлы проекттарға аҡса һалыу мөһим, түбән процент ставкалары, түбән инфляция булдырыу шарт. Һалымдар һәм бюджет маневры яһарға, аҡсаны оборонаға түгел, ә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарфи өлкәһенә йүнәлтергә кәрәк тигән фекерҙәр бар. Ябай кеше быны нисек аңлай ала?
- Бөгөн нефткә генә таянырығамы, әллә кешеләргәме? Һәм ниндәй ресурс ҡара алтынға алмаш була ала?  
- Етештереү ҡеүәттәрен кире ҡайтара алабыҙмы?
- Эшһеҙлек арта, эш хаҡтары кәмей, ойошма һәм предприятиеларҙа ҡыҫҡартыуҙар йышая, тауарға хаҡ арта... Ябай кешегә нимә эшләргә? Йыл аҙағына тиклем ниндәй фараздар бар?
- Бөгөн ҡулда булған аҡсаларҙы ниндәй өлкәгә һалырға? Күсемһеҙ милек алып ҡалырғамы, әллә банкта тоторғамы?
 
 
 

Здоровье и долголетия
Минземимущество