Риф Әхмәҙиевтың "Хәтер мәле" шиғри йыйынтығы

Риф Әхмәҙиевтың "Хәтер мәле" шиғри йыйынтығы https://bash.news/yuldash/4857_rif-ehmezievtyn-heter-mele-shihri-jyjyntyhy
13 окт, 18:06

     «Хәтер мәле» тигән яңы шиғри йыйынтыҡҡа бөгөнгө шиғриәтебеҙҙә лирика оҫтаһы булараҡ танылыу алған Риф Әхмәҙиевтың  һуңғы йылдарҙа матбуғат биттәрендә донъя күргән һәм уҡыусылар яратып өлгөргән әҫәрҙәре индерелгән.  Поэтик ижад менән ғилми эшмәкәрлекте бергә тартҡан был авторҙың «Күк йөҙө», «Тәҙрәләр», «Сәскә моңо», «Һөйөү рухы» тигән йыйынтыҡтары бар. Ул китаптарҙың исеменән үк күренеүенсә, алғы планға тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһы сыға ине.  Ә «Хәтер мәле» китабында философик һәм гражданлыҡ лирикаһы көсәйеү күҙәтелә. Әйтәйек,

                Була күҙҙәрҙең төрлөһө –

                Йәшләнгәне, йәшләнмәгәне;

                Ғүмерем ишле түгел шул –

                Йәшәлгәне, йәшәлмәгәне, –

тигән 4 юллыҡ эсенә кеше күңеленең асылы, фани донъя,  ғүмер ҡәҙере, йылдар тиҙлеге кеүек төшөнсәләр һыйған. Китапҡа бирелгән исем дә ошо фекерҙе тәрәнәйтә:

                  Хәтер мәле…

                  Үткәндәрҙең

                  Үләндәрҙә – шәүләһе… 

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд