ЯҢЫ ЮЛ 15

ЯҢЫ ЮЛ 15 https://bash.news/yuldash/4862_yany-yul-15
15 окт, 15:05

Һорауҙар һәм ярҙам өсөн: 251-65-79-Гүзәл Ситдиҡова. Йә 89273326888-Рафаэль Сәфиуллин.

ЯҢЫ ЮЛ 15
ЯҢЫ ЮЛ 15


 
Фотола:клиник психолог Гөлнара Тимербулатова
 
Был сығарылышта:
 
-Клиник психолог Гөлнара Тимербулатова аңлатыуынса, үҙеңде көсләп һындырыуҙа айыҡлыҡ сифаты юҡ. Үҙеңде батареяға бәйләп йыл буйы ултырырға ла мөмкин-, ти ул, тик аңлы рәүештә булмағас, һауығыу килмәйәсәк. Төрлө юлдар менән һауығырға мөмкин, әммә уның сифаты шикле. Кеше үҙе аша үткәрергә тейеш. Һәм үҙенең, туғандарының тормошо өсөн яуаплылыҡ килергә тейеш. Әпсен-төпсөн кодировкаларҙан файҙа юҡ.
 
-Консультант Иван. Үҙ теләге менән тәүҙә психиатрға дауаланырға бара, әммә унда тоҙҙарҙы дауалау алмайбыҙ тиҙәр. Ул, кемдеңдер өйрәтеүе буйынса, Үҙәккә килә. Бер айға тип кенә килә. Подъезда йәшереп киткән пакетын уйлап, ниңә генә шуны ҡулланып китмәнем икән, әллә бер көнгә генә ҡайтып ҡулланайым да, кире барып дауаланырмынмы икән тип тә уйлай. Пакетты-закладкаһын барып аласаҡмы?
 
- Резидент Вадим: Төрмәгә? Файҙаһыҙ! Унда наркотиктар әйләнеше тағы ла көслөрәк. Закондар наркомандарҙы йәлләргә һәм ташламалар яһарға тейеш! Дауаларға кәрәк беҙҙе! Беҙ-сирлеләр!
 
-Зәйнәп ерҙә туңып ятҡан йәш егетте ҡотҡарырға теләй..әммә тегеһе һикереп тора ла апай артынан ҡыуа төшә. Нимә менән тамамлана?
 
-Опиаттар.  Тәбиғи һәм синтетие морфин матдәләр ҡушылмаһы. Мәктән алына.
Билдәләре: Йоҡо килә, телмәр боҙола. Күҙ ҡараһының утҡа реакцияһы юҡ. Бит тиреһе ағара. Йөрәк тибеше үҙгәрә. Ҡотолоуы ауыр.
 
-Иван-Ваня наркотиктарға йә эскелеккә бәйлелелеге булғандарға бәйлелелеге булғандар, йәки ата-әсәләр йыйылышында ҡыҙыҡ бер фекер әйтте. Мәктәпкә йөрөгәндә, бала уҡығыһы килмәһә лә уҡый, аңламаған кеүек булһа ла, башында нимәлер ҡала. Шуның кеүек, бер дауалана башлаған, үҙәккә ятҡан кеше бар нәмәне иңҡар иткәндәй булһа ла, һауығып китеп бара. 

Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд
15:47, 07 дек
12:10, 28 ноя
16:13, 19 ноя
11:17, 05 окт