"Йәшлек" һәр кемгә кәрәк!

"Йәшлек" һәр кемгә кәрәк! https://bash.news/yuldash/4869_jeshlek-her-kemge-kerek
19 окт, 20:16

- "Рәсәй Почтаһы" газета-журналдарҙың ташламаларына өҫтәп, федераль баҫмаларҙы алып барып еткереү өсөн хаҡты биш процентҡа, төбәк һәм урындағы матбуғат сараларына ун процентҡа кәметә. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына ярҙам йөҙөнән "Рәсәй Почтаһы" 2016 йылдың тәүге яртыһына 700 миллион һум бүлгән. Был ысынлап та шулаймы?

Йәшлек һәр кемгә кәрәк!
Йәшлек һәр кемгә кәрәк!


- “Йәшлек” газетаһы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын нисек башлап ебәрҙе? 
- Баҫма донья күрә.  Уны таратыусы матбуғат сараһын уҡыусыға тапшыра. Ҡайһы бер саҡта ваҡытында түгел. Ныҡ һуңлап килтергән осраҡтар ҙа бар.  Бына ошо бәйләнеш йәғни баҫма, уны ташыусы һәм уны уҡыусы араһындағы элемтәнең сифаты һеҙҙе ҡәнәғәтләндерәме?  
- Матбуғат сараларына яҙылыуҙа халыҡтың әүҙемлеген нисек баһаларға мөмкин? Тәү ҡарашҡа был эш һүлпәнерәк барған һымаҡ. Халыҡ газета-журнал уҡырға теләмәйме? Иҡтисади көрсөктөң шауҡымы бармы, кешеләр аҡсаһын рухи аҙыҡҡа сарыф итергә теләмәйме? 
- 2016 йылдың тәүге яртыһына баҫмағыҙҙы ниндәй данала сығарырға уйлайһығыҙ. Күпмеһе - яҙылыусыларға, нисәүһе - сауҙаға ебәреләсәк.
- Милли баҫмаларыбыҙ сығыуҙан туҡтамаһын, туған телебеҙҙе ҡулланыу даирәһе киңәйһен тип, “Йәшлек” газетаһына бер-нисә данала яҙылып, уны туғандарына, дуҫтарына бүләк итеүсе замандаштарыбыҙ бармы?
- Бөгөнгө уҡыусы ниндәй талаптар ҡуя? Һеҙҙән ниндәй газета көтә? Уның өсөн тормоштағы ниндәй күренештәр ҡыҙыҡлы. Һәм ниндәй газета – сифатлы газета була ала.
- Кәйефең ҡырылмаһын тиһәң, газета уҡыма. Был замана афоризмы. Нисек уйлайһығыҙ, әйтелгән һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бармы?  
Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Йәшлек” газетаһының баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков яуап бирҙе. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып барҙы. 
 
 
 
 

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд