ЯҢЫ ЮЛ 16

ЯҢЫ ЮЛ 16 https://bash.news/yuldash/4872_yany-yul-16
20 окт, 16:47

 

ЯҢЫ ЮЛ 16
ЯҢЫ ЮЛ 16


Һорауҙар һәм ярҙам өсөн: 251-65-79-Гүзәл Ситдиҡова. Йә 89273326888-белгестәр.
 
 
-Бер бәйлелек икенсеһен алыштырырға тейеш түгел. Мәҫәлән, наркотиктарҙы икенсе мауығыу менән ҡаплау /терминдарын русса ҡалдырам/ игромания, трудоголизм, сексоголизм һәм башҡа бәйлелектәргә килтерә ала. Бынан сифат яҡшырмай, тормош үҙгәрмәй.
-Вадим бай кешеләр менән дуҫлаша, сөнки уларҙың наркотиктары, йә наркотик һатып алырға аҡсалары бар….Ә былай спайс һәм башҡа синтетик наркотиктар ҡулланыусылар араһында нисек ябай эшсе халыҡ, Вадимса әйткәндә, пролетарийҙар, шулай бик дәрәжәле кешеләр ҙә бар….
-Бер айға ғына дауаланырға тип килгән Ваня….төштәренә ингән закладаһын онота…Бөгөн ул химик бәйлелек буйынса консультант.
-Үҙәккә килгәс, кемеһенеңдер айға яҡын ҡул-аяҡтары ҡалтырай, нимә эшләгәнен белмәй ҡыланғандары ла була.
-Төрлө хәлдәрҙән ҡурсалап, бар осло предметтар, ҡырынғыс әйберҙәренә тиклем алып ҡуйылған. Хәйер, кешегә ташланған, үҙенә ҡул һалып маташҡандарҙы социаль үҙәккә алмайҙар, сөнки ул инде психиатрия өлкәһе. Һәм былары ла физик тартылыш түгел…..
-Адвокат ябай бер егеттең интернет аша спайс һатып алыуын, тәмләп ҡарағандан һуң, оҡшатмауын һәм аҡсаһын ҡайтарыу өсөн форумға һатыуға ҡуйыуын һөйләй. Тоталар. Һөҙөмтәлә-16 йыл!
Опийлылар төркөмөнән көслө синтетик наркотик. Аҡ порошок рәүешендә әҙер килеш һатыла.
Билдәләре: һәр саҡ йоҡо килеү, яй, оҙаҡ итеп һөйләү, яңғыҙың ғына ҡалырға тырышыу. Теманан артта ҡалыу-аңһыҙлыҡ. Ныҡ һыуһау.
Психологтар проблеманы страус-дөйәғош торошо тип атай. Кеше генә белеп ҡалмаһын. Проблеманы күрмәмешкә һалышыу. Ауыртыуҙан, йән ғазабынан ҡасыу. Ҡасып булмай.
 

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд
12:10, 28 ноя
16:13, 19 ноя
12:01, 30 окт
11:40, 26 окт
15:02, 24 авг