ЯҢЫ ЮЛ 18

ЯҢЫ ЮЛ 18 https://bash.news/yuldash/4901_yany-yul-18
30 окт, 12:01

Һорауҙар һәм ярҙам өсөн: 251-65-79. Белгес-89273326888

ЯҢЫ ЮЛ 18
ЯҢЫ ЮЛ 18


 
Был сығарылышта:
 
-Вадим: Башта компанияла тартаһың, күңел асаһың, аҙаҡтан  уға ныҡлы “ултырғас”, системаға ингәс, яңғыҙ ҡулланаһың. Мин күп осраҡта, интернет артында ҡуллана инем. Әсәйем «аҡыллы»  һүҙҙәр һөйләп, өгөт-нәсихәт уҡый башлаһа, «все, мама, хватит» тип тышҡа сығып китә лә машинала ултырып рәхәтләнеп еҫкәй инем……
 
-Ҡайһылыр ата-әсәләр наркотик ҡулланыусы балаларын туҡмап та ҡарай. Язалай. Был хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Сөнки тап үҙен аңламауҙары, күп ваҡыт хистәрен әйтә алмай эскә йәшереп йөрөүе килтергән бит ошо хәлгә. Әсәләр аш бүлмәһендә сәғәттәр буйы ихлас һөйләшеүҙәр алып бара. «Кайф” аҫтындағы бала рәхәтләнеп аралаша, теле-телгә йоҡмай. Әммә бындай эскерһеҙ һөйләшеүҙәр бары тик иллюзия.
 
-Аңына килһә, бысаҡ менән ҡатынын телгеләп тора...Синтетик наркотиктар һөҙөмтәһе.
 
-Үҙәктә йылы әйберҙәр-йөн башлыҡтар, йөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, йылы өҫ кейемдәре барлыҡҡа килә башланы. Резиденттар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә. 
 
-Иң мөһим серҙәрҙең береһен асырға ваҡыт етте: Светлана-Вадимдың әсәһе!!!
 
Шуныһы ҡыуандыра. Дауалау аноним һәм үҙәктән сыҡҡандар менән аралашыу дауам итә, уларға һәм уларҙың ата-әсәләренә артабан да ярҙам күрһәтелә. Зәйнәп иһә, һәр саҡ юғары кәйефтә. Уның улы йүнәлде. Уны ул тоҙҙарҙан ҡотҡарып алып ҡалды.
 
-Көслө тренингтар!
 
Фотола: "Сәләмәт тормош" реабилитация үҙәгендә егеттәр рэп йырлай.  
 
Тапшырыуҙы тыңлайбыҙ. Һәр шәмбе 11 сәғәт 15 минутта һәм 20 сәғәт 15 минутта.  http://www.fundzj.ru
 
 

Волна
Фк уфа 10 лет
16:45, 14 дек
12:10, 28 ноя
11:39, 21 сен
12:23, 12 сен
11:53, 07 сен