зөфәр Толомғужиндың "Ирекле каторжан" хикәйәһе

зөфәр Толомғужиндың "Ирекле каторжан" хикәйәһе https://bash.news/yuldash/4906_zefer-tolomhuzhindyn-irekle-katorzhan-hikejehe
03 ноя, 11:07

      «Әҙип әҫәрен уҡый» тигән сығарылышта - яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Зөфәр Толомғужин әҫәре. Күптәруны республика матбуғатында баҫылған мәҡәләләре,  «Йәнем рәхәте», «Айыу-урман батшаһы», «Олатайҙар эҙенән», «Шәжәрә тәрбиәгә эйә» тип аталған китаптары аша белә. 
Бөгөн яңғыраясаҡ  хикәйәһен автор «яҡташ-ерҙәштәребеҙҙең оҙон аҡса артынан Себер тарафтарына юлланып, әкренләп ил-ерһөйәрлеген онота барыу осраҡтарына бәйле» яҙған. «Беҙгә бәхетте ситтән эҙләйһе түгел. Меңәрләгән квадрат километр буш ерҙәр үҙебеҙҙә лә етерлек, файҙаланылмаған яландар эшсән ҡулдарҙы көтә» тигән фекерҙә автор. Хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Зөфәр Толомғужиндың «Ирекле каторжан» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.
         Тапшырыуҙың мөхәррире – Әнисә Муллағолова, тауыш режиссеры – Гөлнур Моталлапова.

Минземимущество
26 мая