Көрсөк - яңы мөмкинлектәр осоро

Көрсөк - яңы мөмкинлектәр осоро https://bash.news/yuldash/4911_kersek-yany-memkinlekter-osoro
05 ноя, 16:42

Рәсәй халҡы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә атлығып тормай. Күптәр әлеге баҙар иҡтисады шарттарында бизнестың уңышлы булыуына ышанмай. Ни өсөн? Ниндәй кәртәләр бар? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ. Беҙҙә ҡунаҡта "Рәсәй таянысы" кесе һәм урта эшҡыуарҙар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге коммерция директоры, “Бизнес лидеры–2015” йәмәғәт премияһы лауреаты Ләйсән Николаева.   

Көрсөк - яңы мөмкинлектәр осоро
Көрсөк - яңы мөмкинлектәр осоро


 
- Юғары менеджмент мәктәбе белгестәре ватандаштарыбыҙ араһында һорау алыу ойошторған. Һөҙөмтәлә 2014 йылда үҙ эшен ябыусылар һанының 2013 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Яуап биреүселәрҙең 40 проценты эшҡыуарлыҡтың килемһеҙ булыуын билдәләгән. Был фекер менән килешәһегеҙме?
- Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны арта. Бәләкәй ҡалаларҙа предприятиелар ябыла йәки эш сәғәттәре кәмей. Эш хаҡы түбәнәйә. Оптимисҡа уйланырға урын бар. Яңы юлдар табырға, яңы шөғөл эҙләргә, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға?
- Беҙҙәге эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге күберәк аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һатыу өлкәһенә бәйле. Эшҡыуар тип иҫәпләнгәндәрҙең байтаҡ өлөшө алып-һатыу юлында. Ә халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә - дөйөм туҡланыу, торлаҡ-коммуналь, туризм, ял һәм һаулыҡты нығытыу йүнәлеше буйынса үҙ эшен асырға теләүселәр күп тип әйтеү ҡыйын. Төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итеү иҡтисадты ғына түгел, халыҡтың йәшәү кимәлен дә күтәрер ине.  
- Эшҡыуарлыҡ - киләсәкте тойоу һәм унан файҙа алыу, тигән бер иҡтисадсы. Ә икенсе белгес бизнесты велосипедта йөрөү менән тиңләгән, туҡтаһаң - мотлаҡ йығылыу янай, тигән. Һығымта яһағанда...
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты тапшырыуҙың яҙма вариантында тыңлағыҙ. 

Минземимущество