ЯҢЫ ЮЛ 19

ЯҢЫ ЮЛ 19 https://bash.news/yuldash/4917_yany-yul-19
07 ноя, 14:50

 

ЯҢЫ ЮЛ 19
ЯҢЫ ЮЛ 19


 
ЯҢЫ ЮЛ 19. Һорауҙар һәм ярҙам өсөн-251-65-79. 89273326888.
 
Яңы серия. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: реалити проекттың төп геройы-Вадим. Уҡытыусы. 12 йәштән тәртипһеҙ тормош алып барыусы. Әммә юғары интеллектуал. Белемле. Киң даирәле. Йүнәлеүенә проектты күҙәтеп барыусыларҙың өмөтө ҙур. Тапшырыу һайын уның менән бәйле яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыла. Һуңғыһында ул нисек "системала" "торчать" итеүен һәм бынан "кайф" алыуын һөйләне. Кайф артында кәм тигәндә психиатрия торғанын белгестәр аңлата.
Йәнә сенсация! Светлана-шулай уҡ төп геройҙарыбыҙҙың береһе-Вадимдың әсәһе икәне асыҡланды!
 
 
Ә тағы ла:
 
-Рәсәйҙә 3 ҡалала 200 тонна спайс әҙерләрлек концентрат тартып алынды. 40 миллиард һумлыҡ тауар. 
-Резиденттар йәнһүрәт ҡарай. 
-Үҙәккә эскелеккә бәйлелеге яңы ҡыҙҙы килтерәләр. Унда истерика.
-Вадим: Ата-әсәләр беҙҙең ҡулланғанды ҡайҙан белһен, улар заманында наркотиктар булманы бит. Ҡулланған кеше генә башҡаларҙы күрә белә: килбәтһеҙ хәрәкәттәр, күҙҙәре йүгерә, кибеп бөткән… Миңә 5 йәштә, 6-7 йәшлек малайҙарҙың елем еҫкәгәнен күрә инем. Токсикомания мине ҡыҙыҡһындырмай. Мин 12 йәштән үләндәрҙә. 
-Психолог: Функцияһын үтәмәй икән, ғаилә икмәкһеҙ ҡала, гөл һулый, эт һәм бесәй үлә. Әммә бер кем дә һин быны эшләргә тейешһең тип әйтмәй. 
-Светлана: Улым спайстар шауҡымы аҫтында руль артында. Ул елдерә, мин йүгерәм. Улым…улым тип ҡаршыһына йүгерәм!
 
Видео-фотолар менән бар сериялар Бәйләнештә сайтында Гүзәл Ситдиҡова Махсус репортаж төркөмөндә. 

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа
16:45, 14 дек
15:47, 07 дек
12:01, 30 окт
16:47, 20 окт