Вилүрә Иҫәндәүләтова: "Фильмдың халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы ла - еңеү"

Вилүрә Иҫәндәүләтова: "Фильмдың халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы ла - еңеү" https://bash.news/yuldash/4922_vilure-icendeuletova-filmdyn-halyk-ara-festivalde-katnashyuy-la-eneu
09 ноя, 21:49

Пермдә - хәрби темаға арналған, Ханты-Мансыла - экология, Ҡазанда - мосолман киноһы фестивале үтә. Баш ҡалабыҙ Өфө иһә милли һәм этник кинофильмдар фестивален ҡабул итергә әҙерләнә. Ул 9-12 декабрҙә Евразия гуманистик форумы сиктәрендә ойошторола. “Көмөш Аҡбуҙат” тип исемләнгән халыҡ-ара сарала ҡайһы илдәр ҡатнаша? Ниндәй картиналар тәҡдим ителә? Ошо хаҡта һөйләшеү өсөн программаға “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтованы саҡырҙыҡ. Ул беренсе "Көмөш Аҡбуҙат"тың беренсе лауреаты. 

Вилүрә Иҫәндәүләтова Фильмдың халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы ла - еңеү
Вилүрә Иҫәндәүләтова Фильмдың халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы ла - еңеү


 
Вилүрә Иҫәндәүләтова:
 
- II халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһына 36 фильм һайлап алынды. Улар араһында 12 тулы метражлы, 13 ҡыҫҡа метражлы һәм 11 документаль фильм бар. Тажикстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Эстония, Бангладеш, Әрмәнстан, Иран һәм Һиндостандан, шулай уҡ Рәсәйҙең 11 төбәгенән эштәр ҡабул ителде. фестивалгә барлығы 258 фильм ебәрелгәйне. Башҡортостан ижадсыларының да картиналары халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша. Мин "Тәүбә" тип аталған документаль фильмымды тәҡдим иттем. Айнур Асҡаровтың "Әсә", Руслан Юлтаевтың "Өс хат", Таңсулпан Бураҡаеваның "Ике лә генә егет", Айсыуаҡ Йомағоловтың "Бибигөл һәм Сөйфелмөлөк" фильмдары шулай уҡ фестиваль программаһына индерелде.  
Кинофильмдарҙы Актерҙар йортонда һәм "Родина" кинотеатрында ҡарай алаһығыҙ. Улар бушлай күрһәтеләсәк. Фестивалде тантаналы асыу һәм ябыу Конгресс-холда уҙасаҡ. Быйыл да ҡыҙыл келәмдән атлау, лазер шоуы, фейерверк буласаҡ. Кинофестивалдең йолалары тулыһынса үтәләсәк. Фестиваль барышында “Батальон” фильмы күрһәтеләсәк. Шулай уҡ үзбәк, ҡырғыҙ һәм һинд киноһы көндәре үтәсәк. Дебют менән сығыш яһаусы ижадсылар өсөн питчинг уҙғарыу ҡаралған. Питчинг һүҙен инглиз теленән тәржемә итһәк кинопроектты һатыуға – презентацияға сығарыу һәм уны финансларға теләгән инвесторҙарҙы табыу тигән мәғәнәгә эйә. Быйыл төп приз булған - мифик ат һыны үҙгәртелде, көмөш Аҡбуҙат ҡанатлыға әйләнде. Ҡанатлы Аҡбуҙат ер шарының бөтә илдәрен иңләһен. Башҡорт иле, башҡорт киноһы барлығын бөтә донъяға еткерһен. 
 
 
 
 
 

Минземимущество
Банер уфимская волна