adabi121115

adabi121115 https://bash.news/yuldash/4932_adabi121115
13 ноя, 12:42

           Яҙыусы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлимйән Бәҙретдинов 30 йылдан ашыу журналист булып эшләй. Шул дәүерҙә төрлө хәтирә, легенда, риүәйәттәргә юлыға. Уларҙы йөрәктән, зиһендән үткәреп, ҡобайыр, ҡисса, хикәйә, повестар ижад итә. Әҙиптең  кеше, тәбиғәт, ил яҙмышына арналған үткер мәҡәләләре, «Таңды ҡоштар уята», «Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге» «Ғүмер артында ғүмер», «Тереләргә - тереһыу» һәм «Зов родной земли»  китаптары, шулай уҡ ғилми хеҙмәттәре шәхестең күп тармаҡлы ижад багажы хаҡында һөйләй.
          «Китап» нәшриәтендә әле  уның повесть, хикәйә, очерк, шиғыр, ҡисса, мәҙәк жанрҙарынан торған «Йәшә әле, йәшә!» тигән китабы әҙерләнә. 
 Хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға Сәлимйән Бәҙретдиновтың «Аҡҡош ауазы» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.

Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа