Торатау торасаҡ

Торатау торасаҡ https://bash.news/yuldash/4933_toratau-torasak
13 ноя, 15:59

Рәсүл Сәғитов:

Торатау торасаҡ
Торатау торасаҡ


   - Башҡортостан еңел һулап ҡуйҙы. Йәмғиәттең ил-көн тип йәшәгән ағзалары, әлбиттә. Юғиһә арабыҙҙа үҙен, үҙ мөхитен генә ҡарағандар ҙа бар, улар өсөн кесе донъялары бөтөнлөгө генә мөһим, олоһо - ҡырҙа, әллә ни кәрәге юҡ. Һәм быны беҙ ул хәтлем үк тәнҡитләп тә әйтмәйбеҙ - ирекле йәмғиәт төҙөйбөҙ бит. Йәнә лә үҙеңде ҡарап йәшәү, ҙурҙан алғанда, насар ҙа түгелдер бит: тимәк, ғаиләңде етеш аҫырайһың, туҡтауһыҙ дәүләттән таптырмайһың, ташламалар, мәрхәмәт үтенмәйһең, көтмәйһең. Сөнки мохтаж түгелһең. Граждандар үҙ йүндәрен үҙе күреп, лайыҡлы тормош көткән йәмғиәттер бит - беҙ теләгән нәмә.
      Ә еңел һулап ҡуйылды, тигәндә Торатау мәсьәләһенең хәл ителгәне күҙҙә тотолдо. Юғиһә нисәмә йылдар ул, берсә көсәйеп, берсә тоноғая төшөп, ниндәйҙер көсөргәнеш тыуҙырып торҙо бит. Бер яҡлап тәбиғәт, халыҡ ҡомартҡыһын юҡ итергә теләнмәне, күпме йәмәғәт ойошмаһы быға ҡырҡа ҡаршы күтәрелде, ҡултамғалар йыйылды. Икенсе яҡлап, Стәрлетамаҡ сода компанияһы ла нисектер тынысланғандыр, тип уйлағы килә. Һәр хәлдә республика башлығы сираттағы мәртәбә ҡаты белдерҙе бит. Сираттағы тапҡыр, ҡаты, тинек, сөнки бының асыҡтан-асыҡ 2013 йылдың 12 апрелендә лә хәбәр ителгәнен иҫләйбеҙ. Рөстәм Зәки улы шул көндө, республика телевидениеһының тура эфирында, үҙенең, ул саҡта аталғанса, президент булып эшләү осоронда, Торатауҙың сеймалға әүерелмәҫен әйткәйне. Шунда уҡ содасыларға яңы урындарҙан ятҡылыҡтар ҡарарға тәҡдим ителде. Ләкин ваҡыт үтә торҙо һәм мәсьәлә яңынан ҡалҡа башланы.  Хәҙер һыуына төшөү, мәсьәләне уйлап хәл итеү кәрәк.
  Мәсьәләне артабан, ҡыҫҡаса әйткәндә, Башҡортостан тау-геология ойошмалары ассоциацияһы етәксеһе, республиканың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов менән әңгәмәлә ҡарайыҡ.

Минземимущество
Банер уфимская волна