Юл ҡағиҙәләре - яңы закон проекттары

Юл ҡағиҙәләре - яңы закон проекттары https://bash.news/yuldash/4953_yul-kahizelere-yany-zakon-proekttary
24 ноя, 08:44

Студия ҡунаҡтары - ЮХХДИ  белгесе Ленар Зиннуров һәм автобелгес Хәлим Әйүпов. 

Юл ҡағиҙәләре - яңы закон проекттары
Юл ҡағиҙәләре - яңы закон проекттары


 
Ике ҙур законпроекты бына-бына ғәмәлгә инергә тора кеүек. Беренсеһен - Рәсәй эске эштәр министрлығы тәҡдиме - йылына 3 тапҡыр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙған кешене 1 йылға водитель танытмаһынан мәхрүм итергә. Икенсеһе - Башҡортостан буйынса ҡабул ителде-икенсе тапҡыр иҫереп руль артына ултырыусының автомобиле тартып алына. Һәм тағы ла өсөнсөһө - Дәүләт Думаһы яңы законды ҡабул итте: штрафтар 10 меңдән дә артып китә икән, бурыстар өсөн водитель танытмаһын тартып алыу.
- Һәр ҡайһыһына айырым туҡталғанда…..
Беренсеһе - юл хәрәкәтен боҙоу юл-транспорт ваҡиғаһына килтергән һәм уның эҙемтәләре бар икән… Йә 10 мең штраф, әгәр ҙә уның транспорт менән идара итергә хоҡуғы юҡ икән..?
- 2014-се йылды ғына алғанда, Рәсәй буйынса 27 мең кеше юл һәләкәтендә һәләк булған, 250 мең кеше йәрәхәтләнгән. Бер йылда! Шуларҙың 40 проценты  йәғни 76 меңе административ яуаплылыҡҡа бер тапҡыр ғына тарттырылмаған.  
- Штрафтар һәм алименттар буйынса түләүҙәре барҙарҙы 15 ғинуарҙан водитель танытмаһынан мәхрүм итә башлаясаҡтар?
- Штрафтар өсөн язаға килгәндә, суд приставы кешегә штрафына ҡарап транспорт менән идара итеүгә сикләү индерә ала. Был һауа һәм һыу транспортына ла ҡағыла. Сикләүгә Башҡортостан буйынса 800-ләгән кеше инә ала, Рәсәйә буйынса улар 64 мең.
- Һәм аҡсалар бурыслыларҙың банк карталарынан тартып алынасаҡ, автомобилен тартып аласаҡтар, сит илгә сығыу тыйыла һәм мөлкәтен алыу, штрафтар ҙа ҡаралған?
- Һәм бөгөн генә йәнә бер яңылыҡ барлыҡҡа килде: Юхдди-һына штарфтарҙы ташлама менән түләргә мөмкин буласаҡ!
- Штрафтар буйынса ташлама.  2016-сы йылдың 1-се ғинуарынан, әгәр кеше штрафын ҡарар сыҡҡан көндән алып 20 көн эсендә түләй икән, ул сумманың яртыһын ғына ла түләй аласаҡ. Йәғни аванс рәүешендәме? Әллә күләмдең яртыһы менән эш сикләнәсәкме? 
- Ә иҫеректәр етерлек? Ниндәй һандар?
- Депутаттар номер билдәһенән кодтарҙы алып ырғытыу хаҡында ла һүҙ алып бара?
- "Известия" газетаһында яҙып сыҡтылар, депутаттар машина тәҙрәһенән ырғытылған тәмәке төпсөгө, сүп-сар өсөн дә яза булырға тейеш, тип бара. Улар тәҡдим итеүенсә, 5-10 мең штраф, йә 20-40 сәғәт мәжбүри эш тип баралар? Сөнки был да юл хәүефлелегенә килтерә. Айырым төбәктәрҙә ул закон булараҡ эшләй, мәҫәлән, Краснояр крайында штраф-2 мең, Владимир өлкәһендә ике мең ярым, Приморскийҙа 3 мең. Нисек һум менән аҡылға ултыртыу?
- Ошо көндәрҙә юлдар айырыуса хәүефле. Был һауа торошо менән бәйле. Ниндәй һандар?
- Кисә хатта Өфөлә тайғаҡ юлдан троллейбус осто?
- Шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә Өфөлә ике ҡыйбатлы иномарка янды - Тойота һәм Фольскваген. Сәбәптәре асыҡланды, ахыры?
- Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫерек килеш руль артында ултырыусыларҙы мәжбүри дауалау тәҡдимен  индерә. Бөгөн был тәҡдим йәмәғәт фекерен үтә. Һеҙҙең фекер?
- Ә баланы яңғыҙын машинала ҡалдырып киткән өсөн законға өҫтәмәләр индерелмәне? 

Здоровье и долголетия
Минземимущество