Мирас Иҙелбаевтың "Аҡ сәскәле болон" әҫәре ("Юлдаштар" китабынан)

Мирас Иҙелбаевтың "Аҡ сәскәле болон" әҫәре ("Юлдаштар" китабынан) https://bash.news/yuldash/4994_miras-izelbaevtyn-ak-seskele-bolon-ecere-yuldashtar-kitabynan
08 дек, 12:30

      Абруйлы ғалим, яҙыусы, Рәми Ғарипов ис.премия лауреаты Мирас Иҙелбаев «Юлай улы Салауат» тигән бер генә романы менән дә  быуаттар буйына халыҡ күңелендә буласағына иманыбыҙ камил. Ә бит уның башҡа әҫәрҙәрендә лә рух кисереше бәрелештәре киҫкен сағыла. Донъя классиктары Бальзак, Золя, Стендаль, урыҫ әҙәбиәте гиганттары Достоевский, Чехов, Тургенев һ.б.-ҙың сентименталь-психологик әҫәрҙәрен тәрән белгән Мирас Иҙелбаев  ошо йүнәлештәге хикәйәләр  яҙҙы. Уның «Юлдаштар» китабындағы  «Аҡ сәскәле болон» әҫәре үҙенсәлекле.

      Бейеүсе Зилә сит илгә, сит-ят кешегә китергә йыйына. Яңғыҙ атаһын, тыуған ерен, телен, илен ташлауҙы ул бер һүҙ менән генә аңлата – яратам.

       Эйе, яраталыр ул Аманды, әммә был – һуҡыр мөхәббәт. «Йөрәк аҫтындағы салауаттарҙы һаттың, ҡыҙый, ят бер халыҡҡа» тип үкенмәҫ өсөн балаларығыҙҙы һуҡыр мөхәббәттән һаҡлағыҙ, тимәксе автор. 

  Яҙыусы-ғалимдың һәр әҫәре,тапҡыр заман һүҙе кеүек, еребеҙҙе ҡотайтыр, халҡыбыҙҙы сафлар көскә эйә.                               

Банер уфимская волна