Тимерйән Рәжәпов: "Герой ул, ордены бар, әммә йәшәргә өйө, йорт һалырға ере, йоҡларға карауаты ла юҡ"

Тимерйән Рәжәпов: "Герой ул, ордены бар, әммә йәшәргә өйө, йорт һалырға ере, йоҡларға карауаты ла юҡ" https://bash.news/yuldash/4995_timerjen-rezhepov-geroj-ul-ordeny-bar-emme-jesherge-eje-jort-halyrha-ere-joklarha-karauaty-la-yuk
09 дек, 11:31

Беҙҙә ҡунаҡта - хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. 

Тимерйән Рәжәпов Герой ул, ордены бар, әммә йәшәргә өйө, йорт һалырға ере, йоҡларға карауаты ла юҡ
Тимерйән Рәжәпов Герой ул, ордены бар, әммә йәшәргә өйө, йорт һалырға ере, йоҡларға карауаты ла юҡ


    
- Тимерйән Рәжәп улы, Ватан геройҙары көнө яңы Рәсәй тарихында сағыштырмаса яңы байрамдарҙың береһе. Был көн тураһында бөтөнләй ишетмәгән кешеләр ҙә бар. Ни өсөн кәрәк һуң был байрам тиеүселәр ҙә осрай. Һеҙ ошо датаны нисек ҡабул итәһегеҙ?
- 9 декабрҙе Ватан Геройҙары көнө булараҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡабул итте. Был закон проектының авторҙары яңы байрамдың барлыҡҡа килеүе - хәҙерге йәмғиәттә Ватанға хеҙмәт итеү идеаларын тәрбиәләргә булышлыҡ итер тигән өмөт белдергәйне. Быға ирешә алдыҡмы һуң?
- Донъяның ҡайһы бер нөктәләрендә һуғыш бара. ИГИЛ - Ислам дәүләте ҡурҡыныс менән янай. Әле бер, әле икенсе дәүләттә террор ғәмәле ҡылына. Рәсәй ҙә террорсыларға ҡаршы көрәшә. Сүриәлә хәрби операция дауам итә. Бөгөн Илдең оборона ҡеүәттәрен арттырыу тураһында йыш һөйләйҙәр. Быны нисек аңларға?
- Илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы дауам итә. Уның барышы менән ҡыҙыҡһынып тораһығыҙмы? Үҙҙәре теләп, армияға барырға атлығып тороусылар һаны артамы. Әллә егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә ҡарашы үҙгәрмәгәнме?
- Бөгөнгө армия тураһында. Унда тәртип бармы? Армиябыҙ ысын һалдаттар әҙерләү мәктәбе тип әйтә алаһығыҙмы? 
- Бөгөн илебеҙҙә ысын батырлыҡ өлгөләре бармы?
- Бөгөн йәш быуын вәкилдәрендә патриотизм рухын тәрбиәләү мөһим тип йыш әйтәбеҙ. Илһөйәрлеккә өйрәтеү ҡасан башланырға тейеш. Һәм был эш менән кемдәр шөғөлләнергә бурыслы?
- Республика масштабында ҡарағанда, хәҙер ҡайһы бер балалар Матросовты ла, Ғөбәйҙуллинды ла, Муса Гәрәевты ла белмәй. Ни өсөн ошондай күренештәр бар?
- Геройҙарға ҡуйылған һәйкәлдәргә ҡул һуҙыу, уларға йәмһеҙ һүҙҙәр яҙыу, бысраҡ ташлау, емерергә маташыу, өҫтөнә үрмәләп фотоға төшөү осраҡтары йыш ҡына күҙәтелә. Ни әйтерһегеҙ?
- Советтар Союзы Геройҙарының исеме, батырлығы онотолмаймы? Исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында атҡарылған эштәр етерлекме?
- Һеҙ Афғанстанда хеҙмәт иткәнһегеҙ. Һеҙгә көн һайын батырлыҡ ҡылырға тура килгәндер?... 
- Ил алдында интернациональ бурысын үтәгән яугирҙәребеҙ онотолмаймы? Уларға дәүләт тарафынан тейешле иғтибар бармы? Әллә байрам көндәрендә сәскә бүләк итеүҙән һәм миҙал биреүҙән ары китмәйҙәрме?  
- Бөгөн тормошта батырлыҡҡа урын бармы? 
 
Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡунағыбыҙҙың яуабын тапшырыуҙы тыңлап белә алаһығыҙ.