Закон үтәүгә күнегелһен дә, күнелһен дә

Закон үтәүгә күнегелһен дә, күнелһен дә https://bash.news/yuldash/5000_zakon-uteuge-kunegelhen-de-kunelhen-de
10 дек, 14:15

Рәсүл Сәғитов:

Закон үтәүгә күнегелһен дә, күнелһен дә
Закон үтәүгә күнегелһен дә, күнелһен дә


   - Рәсәйҙә, белеүебеҙсә, ер күп, сөнки донъялағы иң иркен илдә йәшәйбеҙ. Әллә шулай булғанға ла был өлкәлә ҡануниәтте боҙоу осраҡтары ла ишле.  Замандаштарыбыҙҙың күпмелер өлөшөндә тыйыуҙарға әллә ни ҡарамау, аша атлау, күҙ йомоу ниәте, теләге ултыра. Быны арта барған яуаплылыҡ та тамырынан ҡорота алмай. Юғиһә быйыл март айынан ер тураһындағы ҡануниәткә ҙур-ҙур үҙгәрештәр ҙә индерелде инде, мәҫәлән, штрафтар күләме арттырылды. Әйтәйек, был өлкәлә иң киң таралған хоҡуҡ боҙоу - ерҙе үҙ белдегең менән биләү һәм уны тейешһеҙ маҡсатта файҙаланыу хәҙер кеҫәгә ныҡ ҡына һуға, сөнки хәҙер һан ер бүлеменең кадастр хаҡынан процент рәүешендә барлыҡҡа килә, ә ошоғаса бер төрлө ине. Ябай әйтһәк, элекке 500 йәки мең һум хәҙер 5 меңдән дә кәм түгел.
   Әммә, әйтелеүенсә, бәғзеләр өсөн был да кәртә түгел, тимәк тағы ла өҫтәмәләр талап ителәлер инде. Һәм бының ҡасандыр бер ыңғай һөҙөмтә биреренә лә өмөт итеп булалыр. Быға сағыу миҫал - юл йөрөү ҡағиҙәләре. Унда, арттыра торғас, барыбер ҙә тәртипкә күнә барыу бар бит, һәр хәлдә статистика байтаҡҡа кәмене. Бына был осраҡта дәүләттең, кешене социаль яҡлау, демократия, толерантлыҡ менән бер рәттә, тимер ҡулының да файҙаһы тураһында әйтә алабыҙҙыр. Эйе, ысын дәүләттең, быны раҫлаған-иҫбатлаған күпселек ғалимдар тарафынан аталған 5 билдәһе араһында ана шул хоҡуҡи нормалар сығарыу ҙа бар һәм бының донъяла күпселектә, был самаһыҙға ашылмағанда, теләнгән ыңғай һөҙөмтәне ҡасандыр бер биргәнен дә беләбеҙ.
   Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө тура эфирҙа төп һүҙ ер буйынса ҡануниәт үтәлеше булыр. Бының өсөн, ғәҙәттәгесә, студияға ҡунаҡ саҡырҙыҡ. Ләкин эш бының менән генә лә бөтмәҫ, тапшырыу барышында республиканың төрлө төбәктәре менән радиокүперҙәр ойоштора торорбоҙ, дәүләт ер инспекторҙары уларҙағы хәл менән таныштырыр.
   Тапшырыуҙы артабан әңгәмә менән дауам итәбеҙ. Студияла Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары  Мөхәррәм Динмөхәмәтовты сәләмләйбеҙ.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд