ЯҢЫ ЮЛ 24

ЯҢЫ ЮЛ 24 https://bash.news/yuldash/5009_yany-yul-24
14 дек, 16:45

 

ЯҢЫ ЮЛ 24
ЯҢЫ ЮЛ 24


http://www.fundzj.ru   Ярҙам һәм һорауҙар өсөн: 89273326888-Рафаэль Фәрит улы. 
 
-Йәнә яңылыҡ: Айнур  үткән аҙнала кәләшен Үҙәктән алып ҡайтты. Ҡатыны 5 ай ярым эскелектән дауаланды. Улар бөгөн бергә беренсе тапҡыр ата-әсәләр осрашыуында. Ҡатыны бер аҙ уңайһыҙлана. Йәш ирҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Уларҙың икеһенә лә 30 йәш. 
 
-Үҙәктән дауаланып сыҡҡандар менән өйҙәгеләр араһында килешеү төҙөлә. Һәр кем үҙ талаптарын ҡуя. Мәҫәлән, резиденттар элекке кеүек уның өсөн бар мәсьәләләрҙе хәл итмәүҙәрен, аҡса бирмәүҙәрен, иркен сикләнмәүҙәрен һораһа, ата-әсәләр яғынан интернет менән ҡулланмаҫҡа,  режимды боҙмауҙарын үтенеү кеүек теләктәр яңғырай. Ә бындай хәлдәр-ире ҡатынын дауалап көтөп алған осраҡтары күп түгел. Улай ғынамы, бер йәш ҡыҙ егетенең наркотиктарҙан дауаланып сыҡҡанын көтә.  Аҙна һайын йыйылышҡа йөрөй. Мөхәббәт….
 
Мөхәббәт. Үҙәк. Интригалар. 
 
-Әсә кешене аңларға мөмкин. Уның Маринаһы Сашаға ғашиҡ. Тегеһе лә быныһын өҙөлөп ярата. Әле Үҙәктә ысынлап мөхәббәт уйыны бара.  Дөрөҫөрәге, ҡыҙы дауаланып сыҡҡан инде, ә егет тегендә әле…
 
-Маринаға 40 йәш. Фән кандидаты. Ғүмер буйы эскән. Бында ла уны яратҡан ир-егет бар. Бына ни өсөн ул әсәһенән ҡыйбатлы кремдар, майҙар һорап ятҡан икән! Мөхәббәт! Уныһы ҡатынды саҡ ҡына күтәреп йөрөтмәй. Ә ҡыҙ наркотиктарға бәйлелеге булғанды ярата. Әсә кеше нимәгә лә шат, тик ҡыҙы хәмергә әйләнеп ҡайтмаһын. Унан һуң мөхәббәттән ҡанатланған ҡыҙы әсәһенә лә мин һине яратам тигән смс-тар ебәрә. Күп кәрәкме әсә кешегә?! 7 ай дауаланы, йөҙәр-йөҙәр мең аҡса һалды йүнәлеүенә, әле Марина послелечебка тигәненә йөрөй, социумда йәшәргә өйрәнә. Ә егеттәр үҙҙәре беҙ Дом-2 бит ул тип тә шаяртып ала. Ысынлап яртышар йыл бергә йәшәп нисек ? унһыҙ? Әлбиттә, ҡағиҙәләр бар. Психолог Гөлнара Тимербулатова аңлата
 
-Был хаҡта киләһе сығарылышта. Үҙәк. Реалити проекттың төп геройы Вадим менән осрашабыҙ. Ул бөгөн зарлана. 
 
-Вадимда динамика көслө. Ошо ҡурҡыу уның йүнәлеүгә барыуын аңлата. Уның алға барыуын программа етәксеһе Анастасия Юдина ла билдәләй. Ул әле генә яңы ғына Үҙәккә килгән егеттең ата-әсәһе менән танышты.
 
-Белгестәр иҫбатлауынса, 12 аҙым системаһы буйынса нисек ата-әсәләр, шулай балалары йүнәлә. Көсһөҙлөктө аңлағанда ғына был бәләне еңергә мөмкин. Көрәшергә ярамай, наркотиктар, эскелек барыбер көслөрәк. Бар ысулдарҙы ҡулланып ҡарап, инде көсһөҙлөгөн тойған ата-әсәләр балаларын дауалауға килтерә. Һәм шул аҙымдан яңы тормош башлана. Айыҡ тыныс сәләмәт тормош.
 
-Йүнәлеүселәрҙең яйлап барыһының да күңелендә иман , Аллаһы тәғәләгә, ҡөҙрәтле көскә ышаныу барлыҡҡа килә…Үҙәктә быға әкрен, кешене һындырмай, сабырлыҡ менән, ышаныс, мөхәббәт, тоғролоҡ аша ирешәләр. Улар унан ата-әсәләренә рәхмәтле булып, бар донъяны яратып, ҡәҙерен белеп, яңы ҡимәттәр менән, яңы кеше булып сыға.
 
 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий
12:10, 28 ноя
14:50, 07 ноя
12:01, 30 окт
16:47, 20 окт
11:17, 05 окт