Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй

Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй https://bash.news/yuldash/5018_ukytyusylar-heneri-bajramyn-bildelej
17 дек, 06:44

Бөгөн уҡытыусылар көнө. Был дата 1965 йылдан үткәрелеп килә. Элегерәк ул һәр йылдың октябренең беренсе йәкшәмбеһенә тура килә ине. 1994 йылдан Рәсәйҙә уны Бөтә донъя уҡытыусылар көнө менән бергә ер шарының 100-ҙән ашыу иле менән бергә 5 октябрҙә билдәләй. Башҡортостандың мәғариф тармағы илебеҙҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Республикала 4 мең белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән 170 мең бала йөрөгән 1 мең 771 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 437 мең 700 бала өсөн 1 мең 817 көндөҙгө дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү мәктәптәре, төрлө йүнәлештәге мәктәп-интернаттар эшләй. Шулай уҡ дәүләт ҡарамағындағы 94 башланғыс, 76 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы һәм 12 юғары уҡыу йорто бар. Уларҙа барлығы 860 мең бала тәрбиәләнә һәм белем ала, 178 меңдән ашыу педагог һәм хеҙмәтләндереү персоналы эшләй. Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл беренсе класҡа 43 мең 600 бала килгән. Башҡортостан мәғәриф сиcтемаһын инновация яғынан үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу уңышлы дауам итә. Бөгөн мәктәптәрҙең, шулай уҡ юғары һәм урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттарының 80 проценты Интернет менән файҙалана.

Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд