Йәрминкәләр йыл аҙағына тиклем барасаҡ

Йәрминкәләр йыл аҙағына тиклем барасаҡ https://bash.news/yuldash/5022_jerminkeler-jyl-azahyna-tiklem-barasak
17 дек, 06:44

Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре Яңы йылға тиклем дауам итәсәк. Республика хөкүмәтенең халыҡ сауҙаларын ойоштороу тәртибе буйынса министрлыҡ-ведомстволарға һәм ойошмаларға күрһәтмәһе бар. Мәҫәлән, ауыл хужалығы министрлығына тауар етештереүселәр, эшкәртеү предприятиеларын йәлеп итеү ҡушылған. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты йәрминкә хаҡтарын контролдә тоторға тейеш. Ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа һәр шәмбе һәм йәкшәмбелә Өфөлә, республиканың башҡа ҡалалрында ойошторола.

Минземимущество