Сибайҙа туризм буйынса йәштәр форумы үтә

Сибайҙа туризм буйынса йәштәр форумы үтә https://bash.news/yuldash/5037_sibajza-turizm-bujynsa-jeshter-forumy-ute
17 дек, 06:44

Форумда көньяҡ-көнсығыш райондары вәкилдәре, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән ҡунаҡтар, туристик ойошмалар ағзалары ҡатнаша. Социаль-иҡтисади яҡтан иң яҡшы проект авторҙары грант алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Йәштәр кәңәшмәһе барышында сувенир продукцияһы йәрминкәһе ойошторола, форум ҡунаҡтары ҡаланың билдәле урындары буйлап сәфәргә сыға.