Күп балалы ғаиләләргә - ер

Күп балалы ғаиләләргә - ер https://bash.news/yuldash/5042_kup-balaly-hailelerge-er
17 дек, 06:44

Күп балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүлеү тураһында закон ғәмәлгә инде. Документҡа президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Закон буйынса 3 һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр шәхси төҙөлөш өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә. Ошо уҡ норма инвалид балалары булған ғаиләләргә лә ҡағыла. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев әйтеүенсә, республикала ошо ике категоряға 50 меңләп ғаилә ҡарай. Ерҙе улар үҙҙәре йәшәгән муниципаль биләмәләрҙә аласаҡ.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд