Ҡышҡы уйындар уҙғарыу мәсьәләһе ҡаралды

Ҡышҡы уйындар уҙғарыу мәсьәләһе ҡаралды https://bash.news/yuldash/5049_kyshky-ujyndar-uzharyu-meselehe-karaldy
17 дек, 06:44

Республика хөкүмәтендә 2013 йылда Өфөлә балалар араһында халыҡ-ара Ҡышҡы уйындар уҙғарыу мәсьәләһе тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Шотландияла халыҡ-ара балалар спорт фестивалендә Башҡортостан вәкилдәре уңышлы сығыш яһаны. Еңел атлетика, йөҙөү, дзюдо һәм бадминтонда беҙҙең йәш яҡташтарыбыҙ 3 алтын, 2 көмөш һәм 6 бронза миҙал яуланы. Шотландиялағы олимпиадала 35 ил спортсыһы ҡатнашты. 2 йылдан Өфөлә үтәсәк фестивалдә лә шул сама дәүләт вәкилдәрен көтәләр.

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд