Республика көнө билдәләнә

Республика көнө билдәләнә https://bash.news/yuldash/5051_respublika-kene-bildelene
17 дек, 06:44

Байрам менән Башҡортостан халҡын президент Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Республика көнө уңайынан район-ҡалаларҙа тантаналар, күмәк халыҡ ҡатнашлығында күңел асыу саралары, спорт ярыштары уҙғарыла. Өфөләге Яҡутов исемендәге паркта, Салауат Юлаев һәйкәле янында, ҡала хакимиәте алдында, бүтән майҙандарҙа баш ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы сәнғәт оҫталары, үҙешмәкәрҙәр, кескәй артистар сәләмләйәсәк. Республика көнөнә арналған байрам ун беренсе яртыла Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамлана. Бөгөн Өфө мэрияһы баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға бүләк яһай. Троллейбус һәм трамвайҙар халыҡты бушлай хеҙмәтләндерә. Бөгөн шулай уҡ барлыҡ төр йәмәғәт транспорты төнгө ун икегә тиклем йөрөйәсәк. Байрамға бәйле юлдарҙы япмайҙар, фәҡәт Ленин майҙаны, халыҡ күпләп йыйылған башҡа майҙандар тирәһендә автомобилдәрҙе ҡалдырыу тыйыла.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий