Сөгөлдөр баҫыуҙарында эш ҡайнай

Сөгөлдөр баҫыуҙарында эш ҡайнай https://bash.news/yuldash/5067_segelder-bacyuzarynda-esh-kajnaj
17 дек, 06:44

Башҡортостанда 770 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, аграрийҙар сөгөлдөр ҡабул итеү пункттарына 415 мең 862 тонна тамыраҙыҡ тапшырған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уртаса уңыш 251 центнер тәшкил итә. Шәкәр сөгөлдөрө 30 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған. Был республикалағы майҙандарҙың яртыһы тиерлек. Бишбүләк районы ауыл хужалығы предприятиелары һуңғы гектарҙарҙа эш алып бара, Дәүләкән һәм Миәкә райондары сөгөлдөрсөләре лә ырамлы эшләй. Благовар, һәм Мәләүез хужалыҡтары барыһынан да күберәк сөгөлдөр ташып, шәкәр заводтарына оҙатҡан.

Минземимущество
Банер уфимская волна