Милли мәсьәлә тураһында

Милли мәсьәлә тураһында https://bash.news/yuldash/5068_milli-mesele-turahynda
17 дек, 06:44

Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты студенты Рәсәй президенты Дмитрий Медведев менән осрашыуҙа Башҡортостанда милли сәйәсәт насар алып барыла, тип белдергәйне. Быға үҙ ҡарашын Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов белдерҙе. 2011 йыл Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгән. Төбәктә 120-нән ашыу милләт вәкиле йәшәй һәм уларҙың мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарыла. Социологик һорау алыу күрһәтеүенсә халыҡтың 1-2 процентын ғына милли һорау борсой, ҡалғандары ошо йүнәлештәге эште ыңғай баһалай. Һуңғы йылдарҙа Республикала милли нигеҙҙә бер митинг та теркәлмәгән, был халыҡтарҙың татыу йәшәүенә дәлил булып тора, тиелә Рөстәм Хәмитов белдереүендә. Башҡортостан президенты Мәскәү студенты менән осрашырға ла йыйына. Һөйләшеү 26 октябргә тәғәйенләнгән.

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа