Бер көнлөк фирмалар менән көрәш башлана

Бер көнлөк фирмалар менән көрәш башлана https://bash.news/yuldash/5071_ber-kenlek-firmalar-menen-keresh-bashlana
17 дек, 06:44

Дәүләт Думаһы бер көнлөк фирма теркәүселәр менән көрәш башлай. Парламенттың бөгөнгө ултырышында хөкүмәт тәҡдим иткән ошо туралағы ҡанун проекты беренсе уҡыуҙа ҡарала. Закон хупланған осраҡта бер көнлөк фирма ойоштороп аҡса үҙләштереүселәргә 5 йылға тиклем иректән мәғрүм итеү янай. Ултырышта депутаттар ҡарамағына чиновниктарҙың эш хаҡына бәйле документ та тәҡдим ителә. Закон проектына ярашлы дәүләт органдарында эшләүсенең хеҙмәт хаҡы эш һөҙөмтәләре күрһәткестәренән сығып түләнергә тейеш. Башҡортостанда йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программа әҙерләнә.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий