Рәсәйҙә власть вертикале бөтөрөлә

Рәсәйҙә власть вертикале бөтөрөлә https://bash.news/yuldash/5074_resejze-vlast-vertikale-beterele
17 дек, 06:44

Президент Дмитрий Медведев сенаторҙарға федераль үҙәк менән төбәктәр араһындағы вәкәләттәрҙе ҡайтанан ҡарап бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Был турала Федерация советынан хәбәр итәләр. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, күберәк табыш алған төбәктәр федераль үҙәккә лә күберәк аҡса бирә. Һөҙөмтәлә, төбәктәге социаль һәм иҡтисади мәсьәләләр хәл ителмәй ҡала. Субьекттарға вәкәләттәрҙе арттырырға кәрәк, тигән фекерҙә ил башлығы.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий