Ирекле янғын һүндереү дружиналары ойошторола

Ирекле янғын һүндереү дружиналары ойошторола https://bash.news/yuldash/5085_irekle-yanhyn-hundereu-druzhinalary-ojoshtorola
17 дек, 06:44

Башҡортостанда ирекле янғын һүндереү дружиналары тураһында ҡанун ҡабул ителде. Парламенттың сираттағы ултырышында депутаттар законды икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Ирекле янғын һүндереү дружиналары тураһында закон Президент ҡул ҡуйғандан һуң ғәмәлгә инәсәк. Әле граждандарҙы, шулай уҡ ойошмаларҙы ирекле отрядтарға йәлеп итеү буйынса эштәр алып барыла. Янғынға ҡаршы көрәш отрядтары тап ошондай ойошмалар нигеҙендә булдырыласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда әлегә ошондай 43 отряд бар, уларҙа 73 кеше берләшкән. Быйыл ғына 26 ирекле янғын һүндереү отряды тупланған. Ағымдағы йылда уларға 21 автомобиль биреү күҙаллана.

Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна