«Автодор» менән килешеү төҙөлдө

«Автодор» менән килешеү төҙөлдө https://bash.news/yuldash/5087_avtodor-menen-kilesheu-tezelde
17 дек, 06:44

Башҡортостан хөкүмәте менән «Автодор» компанияһы үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документ Баулы- Күмертау автомобиль юлын төҙөүгә ҡағыла. Татарстан менән бәйләгән был трасса халыҡ-ара Европа-Ҡытай транспорт маршрутының бер өлөшө буласаҡ. «Автодор» йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Баулы-Күмертау юлы 4 һыҙатлы, оҙонлоғо 265 километр була. Юғары категорияла юлдан машиналар сәғәтенә 150 километр тиҙлектә елдерә аласаҡ. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ иҫәбенә һалынған магистралдә йөрөү түләүле булырға тейеш.

Здоровье и долголетия
Минземимущество