Рөстәм Хәмитов Благовещенда булды

Рөстәм Хәмитов Благовещенда булды https://bash.news/yuldash/5092_restem-hemitov-blagoveshenda-buldy
17 дек, 06:44

Президент Рөстәм Хәмитовтың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙары дауам итә. Бөгөн республика етәксеһе Благовещенға сәфәре барышында Благовещен, Нуриман, Мишкә, Кушнаренко һәм Бөрө райондарындағы ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы. Беҙ яҡшы республикала йәшәйбеҙ, халыҡ тырыш, эшһөйәр, тине президент. Шул уҡ ваҡытта артабан үҫеш тураһында ла уйларға кәрәк. Башҡортостан йылына 300 миллиард һум һалым йыя. Аҡсаның яртыһы, субсидия һәм субвенцияларҙы ла иҫәпкә алғанда, республикала ҡала. Әммә был сумма артабанғы үҫеш өсөн етерлек түгел. Шуға күрә яңы етештереү линиялары асыу, инвесторҙарҙы күпләп йәлеп итеү мөһим. Президент шулай уҡ быйыл аграрийҙарҙың 3 миллион тоннанан ашыу иген үҫтереп йыйып алыуын билдәләне.

Банер уфимская волна