Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Благоварҙа

Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Благоварҙа https://bash.news/yuldash/5144_bashkortostan-prezidenty-restem-hemitov-begen-blagovarza
17 дек, 06:44

Районда уңыш йыйыуға арналған республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Быйыл Башҡортостан игенселәренә яҡынса бер миллион гектар майҙанда ашлыҡ йыйыу бурысы тора. Яҡынса 2 миллион 300 мең тонна иген уңышы алырға планлаштырыла. Уңышты юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында башҡарып сығыу төп шарт, тине семинар барышында Рөстәм Хәмитов. Бөгөндән аграрийҙарға ташламалы хаҡ менән яғыулыҡ бирелә башлай. Ә иртәгә хужалыҡтарға тағы ла 400 миллион һум аҡса бүленә. Рөстәм Хәмитов Благоварға эш сәфәре барышында районда ғәмәлгә ашырылған инвестиция проекттары менән танышты.

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна