“Башҡортостан” гәзите, 26 декабрь, 1937 йыл.

 

Яуаплы редакторы Ҡасим Аҙнабаев).

      Юлбашсыны миллиондар тыңланылар.

  Иптәш Сталин телмәренең  тонфильмен трансляциәләү.

 Мәскәү, 21(-е).  Бөтә Союз  радио комитетенең тауыштар яҙыу  фабрикаһы  иптәш Сталиндең 1937  йыл 11 декабрҙә  Ҙур театрҙа Сталинский һайлау округы һайлаусыларының  һайлау алды йыйылышында  һөйләгән телмәрен  тонфильмгә яҙҙы.

  Бөгөн,  кис менән,  тонфильм  ил буйынса  трансляциәләнде.  Трансляция тамамланғандан һуң  СССР халыҡ артисте П.М.Садовский Анри Барбюстың  “Сталин” тигән китабынан өҙөмтә уҡыны(ТАСС).

…………………

   Грузияның  бөйөк шағире Шота Руставелиҙең тыуыуына 750 йыл тулыуға ҡарата. Һүрәттә: “Шота Руставелиҙең  сит илгә китеүе”. Орденле художник Ладо Гудиашвили картинаһы.           Союзфото.

   Шота  Руставели.

       “ Юлбарыҫ тиреһе бөркәнгән баһадир”(Өҙөмтәләр).

Ултыра ине яр буйында арыҫлан кеүек егет,

 Атын  тотҡан теҙгененән, үҙе илай ул йәш түгеп;

Нуҡта, эйәр һәм ҡоралдар энйегә биҙәкләнгән,

Йөрәгенән урғып сығып йәше яуа күҙҙәренән.

Балҡый юлбарыҫ тиреһе  иң башында алтын кеүек, 

Башына ла кейгән егет – шундай уҡ йылтыр бүрек.

Ныҡ ҡыҫып ул ҡулға тотҡан семәрле ҡамсыһы һабын,

Ихтыярһыҙ тарта үҙенә  һәр кемдең иғтибарын.

Батша әйтте: “Кем һуң унда ултыра шул ғорурланып?”

Унан һаҡсыға бойорҙо:”Килтер уны бында алып;

Мин - тиген –ғәскәрҙә һине күрмәнем  бер ваҡытта ла,

Яҡшылыҡ итмәм баш тартһа,  килһен ул тик, кем булһа ла”.

                           Б.Бикбай –Ғ.Сәләм тәржемәһе.

……….

    Шота Руставелиҙең бынан 700 йыл элек яҙылған был поэмаһы үҙ эсенә 56 хикәйәне ала. Унан тыш инеш һәм һуңғы һүҙе бар. Поэма бөтәһе 7 000 юлға етә.

                                                                                                           Ғ.С.

 (“Башҡортостан” гәзите, 26 декабрь, 1937 йыл.

Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уфиская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии