Киске тын, асыҡ һауа, һәр тарафта башҡорт балалары,ҡайһыһы ҡурай, ҡайһыһы скрипка менән урамға сыҡты. Бәғзеләре үҙенең ауылын маҡтап, бәғзеләре һуғыш күргәндәрен көйгә һалып йырлай ине. Шул ваҡытта урам уртаһынан теҙелеп йырлап барған ун бишләп егет бигерәк диҡҡәтте йәлеп итте. Уларҙың йырҙары бына шулай ине:
Шул егеттәрҙе туҡтатып: “Был йырҙы ҡайҙаналдығыҙ?” – тип һорағас: “Үҙебеҙҙең Яманһары ауылының муллаһы яҙып бирҙе”, – тинеләр.
Ҡоролтайға йыйылдыҡ, Ҡаруанһарай асылғас,
Ғәм хәсрәттәр онотолдо, Башҡортостан асылғас.
Башҡортостанды асырбыҙ, собрание яһарбыҙ,
Башҡорт полктары яһап, күңелдәрҙе баҫырбыҙ.
Башҡорт полктары төҙөлгәс, эште шундабашларбыҙ.
“Красный армия” күренһә, ҡырып, һеперепташларбыҙ.
Большевиктан таҙартылды Ырымбурҙың ҡалаһы,
Инде ҡалды таҙартырға Ырымбурҙың далаһы.
Ап-аҡ булып күренеп тора Ҡаруанһарай бинаһы,
Ирек һөйә, иркен йәшәй беҙҙең Урал балаһы.
Ҡарағайлы ҡара урман Ҡаруанһарай баҡсаһы,
Фирҙәүес йәннәте булыр Башҡортостан донъяһы.