Алтын самородкаһы.
Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин /.
Ошо көндәрҙә Баймаҡтан ярты километр алыҫлыҡтағы Ольховка приискаһында старатель Рәхмәтуллин 400 грамға яҡын ауырлыҡта алтын самородкаһы тапты. Был самородка 1936 йылда Ольховка приискаһында табылған дүртенсе самородка булып иҫәпләнә.
...
Ямалетдинов Ғәләүетдин иптәш Өфө пристанендә 32 йыл грузчик булып эшләгән. Хәҙер пенсионер. Уның семьяһында 8 балаһы бар. Хөкүмәттең ҙур семьяларға ярҙам тураһындағы ҡарары нигеҙендә 13 сентябрҙә ӨФө ҡала Советы уға 4 мең һум пособие бирҙе. Ямалетдинов һәм уның ҡатыны Хаят иптәштәр: балалар тураһында бындай хәстәрле ҡайғыртыу беҙҙең социалистик Ватаныбыҙҙа ғына мөмкин. Беҙҙең үҙ балаларыбыҙҙы өлгөлө итеп тәрбиәләү өсөн бөтә мөмкинлегебеҙ бар. Һәм беҙ быны эшләйбеҙ, тиҙәр.
.....
Никах боҙоуҙар кәмегән.
Аборттарҙы тыйыу һәм күп балалы әсәләргә ярҙам итеү тураһындағы хөкүмәт ҡарары сыҡҡандан һуң Баймаҡ районында айырылышыусыларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Ошо йылдың беренсе өс айы эсендә районда 15 айырылышыу булһа, ҡарар сыҡҡандан һуңғы өс айҙа 6 ғына айырылышыу булған. Шуларҙан июлдә 5 айырылышыу, августа -1, сентәбрҙә бөтөнләй булмаған.
/”Башҡортостан” гәзите, 1 ноябрь, 1936 йыл.