Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин /.
Изогиз, Бөйөк пролетар революцияһының 19 йыллығына ҡарата, күпселегесталинсел конституцияға арналған художестволы плакаттар сығара.
Һүрәттә: Художник Говорков тарафынан эшләнгән “Бәхетлеләр совет йондоҙо аҫтында тыуалар” тигән плакат(Союзфото).
...
Һаҡау һәм хата вывескалар.
“Биләрәт төбәк башҡарма кәмитәте”.
“Биләрәт төбәк ВЛКСМ кәмитәте”.
“Хөкүмәт банкаһының Биләрәт бүлеге”.
Белорет ҡалаһында бындай һаҡау, хата, тормоштан артта ҡалған вывескаларҙы аҙым һайын осоратырға була, хатта үҙҙәренең вывескаларының дөрөҫ булмауына район башҡарма комитеты һәм ҡала Советы ла иғтибар иткәне юҡ. Ауылдан килгән халыҡтар үҙҙәренә кәрәк ойошмаларҙы таба алмай һәм хата итеп яҙылған, юйылып бөткән вывескаларҙы уҡый алмай аҙап сигәләр. Ә күп кенә ойошмаларға вывескалар бөтөнләй ҡуйылмаған. Һин бер ойошманы эҙләп бараһың икән, ул икенсе ойошма булып сыға. Район башҡарма комитеты был тамғаларға ҡасан иғтибар итер икән? С.Сөнәғәтов.
/”Башҡортостан” гәзите, 1 ноябрь, 1936 йыл.