"Башҡортостан" гәзите, 7 ноябрь, 1936 йыл.

 

/”Башҡортостан” гәзите, 7  ноябрь, 1936 йыл. Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин

Йәшәһен СССР-ҙағы Бөйөк Социалистик революцияһының 19 йыллығы!

...

           Колхоз баҙары.

  Колхоз баҙарында(колхоз,колхозсылар һәм яңғыҙаҡ хужалыҡтар тарафынан килтерелгән) ауыл хужалығы продукталарыныңхаҡтары үткән йылға ҡарағанда шаҡтай  төштө. Мәҫәлән, Өфө  баҙарында(Башнарковнутторг мәғлүмәте буйынса) үткән йылдың 1 октәбренә һыйыр ите килоһы 7 һум 50 тин торһа, быйыл 1 октябргә ул 35 процентҡа, һарыҡ ите 44, сусҡа ите 35, быҙау ите 40, йылҡы ите 50 процентҡа, туң май 41, балыҡ 36 процентҡа, һөт 10 процентҡа төштө.

...

БЕҘҘӘ.

              Эшселәрҙең тормош кимәлдәре күтәрелә.

  Халыҡ хужалығы учет үҙәк идараһының мәғлүмәттәре буйынса ошо йылдың тәүге яртыһында эшсе семьяһының доходы уҙған йылдың  шул уҡ осорона сағыштырғанда, дүрттән бер өлөшөнә артҡан. Ит продукттарын ҡулланыу йән башына уртаса 36 процентҡа, шәкәр – 61 процентҡа, һөт – 25 процентҡа, йомортҡа 2 тапҡырға артҡан.  Киң ҡулланыу товарҙарын  һатып алыуға тотолған сығымдар ҙа ҡырҡа үҫкән.

    ....

УЛАРҘА.

             Чилиҙа аслыҡ һәм үлем.

Төшлөк   Американың бәләкәй  генә республикаһы(халҡы 4 ярым миллион самаһы) хужалыҡ яҡтан сикһеҙ ауыр хәлдә йәшәй. Эшселәр һәм крәҫтиәндәр бигерәк тә фажиғәле хәлдә йәшәйҙәр.

...

             Капиталистик илдәрҙә милли иҙеү.

  Капиталистик илдәрҙәге халыҡтарҙың күпселеге милли хоҡуҡһыҙлыҡтан һәм колониаль ҡоллоҡтан яфаланалар.Африкалағы 136 миллион негр халыҡтары колониаль ҡоллоҡ хәлендә йәшәйҙәр.Был ҡара һәм ҙур континенттың  тотош өлкәләре  төрлө империалистик йыртҡыслыҡтарҙың  аяуһыҙ эксплатацияларынан үлеп бөткәндәр. 340 миллионлы Һиндостан халыҡтары ла Англия империалистары табаны аҫтында ыңғырашалар.

 

Эксперт: Кооперация - ауылдарҙың киләсәге
Эксперт: Кооперация - ауылдарҙың киләсәге
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Уфиская волна