"Башҡортостан" гәзите, 15 ноябрь, 1936 йыл

 

Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин /.

                   Эшсе поселкаһында водопровод.

  Ағас-фанер  комбинатының  поселкаһында тороусылар бығаса һыуҙы  мискәләр менән ташынылар, һыу етешмәй ине. Байрам алды көндәрендә  бер километр  оҙонлоҡтағы водопровод линияһын төҙөү тамамланды.  Хәҙер поселокта һыу алыу будкаһы ҡуйылды. Ул бөтә поселокты һыу менән тәьмин итә.

 

  Көндәлек ваҡиғалар.

                      Спекуләнт   Ғәбделфаварисов  Закирйән.

  Слесарь урамы, 9 һанлы  Бүләкова К.В.  квартирында тороусы спекуләнт(һис бер эшләү урны юҡ) Ғәбделфаварисов Закирйән  ошо көндәрҙә генә Башҡортостан эшсе-крәҫтиән милиция идараһының енәйәттәрҙе эҙәрләү бүлеге тарафынан тотолдо. Спекуләнт Ғәбделфаварисов   Союздың  йыраҡ ҡалаларына барып, унан осһоҙ хаҡҡа промтовар килтереп, Бүләкованың  квартирында  һәм Өфө ҡала  баҙарында,  шулай уҡ Башҡортостандың  райондарында ҡыйбат хаҡҡа  һатҡан.

   Тотолоу ваҡытында Бүләкованың квартирында 112 метр төрлө товар, 31 метр сукна  һәм  башҡа промтоварҙар сыҡты. Спекуләнт Ғәбделфаварисов һәм уның ҡуштаны Бүләкова ҡулға  алындылар һәм енәйәт ҡанунының 107-се статьяһы буйынса  ҡаты  яуаплылыҡҡа  (т)артыласаҡтар.

...

                    Культура һарайында.

Башҡорт дәүләт академия театры  

15 ноябрҙә     спектакль талоны  № 39.

Маҡтаулы заман.  Т.Ғиззәт.

Спектакль кис  8 сәғәттә башлана.

...

 Рус дәүләт драма театры 

16 ноябрҙә  спектакль талоны № 40

Камелиәле дама

Спектаклдәр кис 8-ҙә башлана.

 

/”Башҡортостан” гәзите, 15 ноябрь, 1936 йыл.

Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Ғәли Соҡорой - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Табышулар күңелләргә илһам бирә!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Башкорт йыры 2020