"Башҡортостан" гәзите, 16 ноябрь, 1936 йыл

 

Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин /.

             Мин хәҙер күңелле һәм шат йәшәйем.

(Көйөргәҙе районы “Усолька” колхозы һөтсөлөк фермаһының  һыйыр һауыусыһа Биктимирова иптәш телмәре).

  Мин “Усолька” колхозы һөтсөлөк фермаһында һыйыр һауыусы булып эшләйем.  Минең менән бергә тағы ла  бер нисә ҡатын-ҡыҙ һыйырҙарҙы һәм быҙауҙарҙы яҡшы тәрбиәләйбеҙ. Беҙҙең барыбыҙҙың да айрым таҙа халат һәм таҙа таҫтамалдарыбыҙ бар. Беҙҙең колхоз урожай йыйнауҙы юғалтыуһыҙ тамамланы. Хөкүмәткә тейеш булған игенде тулыһы менән  тапшырҙыҡ. Алдағы йыл өсөн дә орлоҡ бар. ..Хәҙер мин үҙемдең турала  бер-ике һүҙ әйтеп китәһе килә.

   Мин ярлы балаһы. Элек минең өҫтөм кейемгә, тамағым ашҡа туйманы. Күп ваҡыт ауылдан-ауылға һоранып йөрөп ваҡытым үтте.  Торорға йортом да  балсыҡтан өйгән зимләнкә генә  ине. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ауыл кулактары беҙҙе иҙҙеләр.

   Хәҙер  мин күңелле йәшәйем, өҫтөм бөтөн, тамағым һыйлы, торорға  яҡшы эшләнгән ағас өйөм бар, өй эсем төҙөү. Шуның өсөн минең хәҙер көндән-көн эшләһем килә, йөрәгемдә эш дәрте ҡайнай. Совет хөкүмәтендә эшләһәң, һинең хеҙмәтең  әрәмгә китмәй. Ләкин беҙҙең ҡайһы бер колхозысларыбыҙ шуны аңлап етмәйҙәр. Ә ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй эшкә сыҡмай үҙ эше менән шөғөлләнеп йөрөйҙәр.  Сыйнфи дошман  ошоларҙан файҙаланып, колхоз эшенә үҙ ҡотҡоһон индерергә тырыша. Уларға ҡаршы киҫкен көрәш асырға кәрәк. Был бөгөнгө көндә беҙҙең  төп бурыстарҙың береһе булып тора.

  Мин һүҙемде  тамамлап, шуны әйтәм. Йәшәһен беҙҙең ирекле Совет иле! Йәшәһен Ленин-Сталин партияһы! Йәшәһен  иптәш Сталин!

...

  “Яңалиф”  кинотеатрында

яңы, тауышлы художестволы фильм “Карл Бруннер”

Карл Бруннер ролендә – Лена Фесенко

Карл Бруннерҙың әсәһе ролендә А.Чекулаева.

 

/”Башҡортостан” гәзите, 16 ноябрь, 1936 йыл.

Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Уфиская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии