"Башҡортостан" гәзите, 17 ноябрь, 1936 йыл. Дауамы

                   Тәнҡиткә эләкмәгән педологтар.

Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин /.

 

 ...Һәр бер айырымыраҡ хәрәкәт, ғәҙәттәге балалыҡ шаянлығы өсөн әллә ни тиклем балаларҙы йылдар буйына педология кабинетына йөрөтөп, уларға “өмөтһөҙ”, “тарҡалған”, “рәттән сыҡҡан” исемдәре бирҙеләр.  Мәҫәлән, 15 йәшлек Сима Гречевскийҙы  “боҙолған бала” иҫәпләп йыл буйынса “тикшерәләр”. Уның боҙолоуы фәҡәт  “дәрес ваҡытында  сит һорауҙар биреп ҡамасаулау”ҙан ғибәрәт.

   Педология  “уҡымышлылары”   “тыңлауһыҙлыҡ” күп ваҡыт уҡытыусының баланы педагогик яҡтан дөрөҫ тәрбиәләй алмауынан килә икәнен уйлап та ҡарамайҙар, күрәһең.

                                                        Сәғит Әлибаев.

...

             Фашистарҙы тамам еңгәнгә тиклем.

  Стәрлетамаҡ.  Өлкә политпросвет техникумы студенттары үҙҙәренең Испания ваҡиғаларына арналған  митингтарын уҙғарып, икенсе тапҡыр ярҙам ойошторҙолар. Испания ҡаһармандарының  ҡатын-ҡыҙ һәм балаларына ярҙам итеп ярты көнлөк стипендиәләрен бирергә булдылар.

Ғ.Нәби.

...

                          Боҙаяҙҙа ебәк.

     Боҙаяҙ районы “Ҡыҙыл маяҡ” колхозы  ебәк үҫтереү эше менән ҡыҙыҡһына. Ул быйыл ун килограмм ебәк етештереп дәүләткә тапшырҙы.  Тиҙ көндә яңынан  биш килограмм ебәк етештерәсәк. Колхоз был ебәкселектән 1350 һум доход ала.

  Ебәкселек эшендә Ҡаһарманов  Хәбибулла ағай яҡшы эшләй, төрлөсә тәжрибәләр яһай.  Ул имән япрағынан  5 килограмма  ебәк етештерҙе.  Ҡаһарманов иптәш  1937 йыл  бер центнер ебәк алырға ышандыра.

М.Вәлиев.

 

/”Башҡортостан” гәзите, 17 ноябрь, 1936 йыл.   ДАУАМЫ

Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Хуплау һәм яҡлау тапҡан башланғыстар
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Милли кейем закон менән яҡланамы?
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Ҡарға батмаһын, тығында ҡатмаһын, тау башында балҡыһын да балҡыһын!
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии