"Башҡортостан" гәзите, 28 ноябрь, 1936 йыл

 

Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин).

“Иптәш Сталин доклады тураһында  сит ил   газеталары”

                          тупланмаһынан.

  Брюссель. Бельгияның  бөтә матбуғаты, Советтарҙың 8-се съезында иптәш Сталиндең доклады   тураһында ҡыҫҡаса  белдереүҙәрҙе баҫып сығара.  Бельгия компартияһының   газетаһы,  Советтар съездын һәм пролетариаттың  юлбашсыһы  иптәш Сталинде ялҡынлы рәүештә ҡотлай. Газета яңы  Конситиуцияның СССР-ҙа йәшәгән  ысын демократияны тулыландырасағын һәм бөтәһе өсөн дә  шатлыҡлы һәм бәхетле тормоштоң яңы сығанағы буласағын айрыуса күрһәтә, тип яҙа.

…………………….

“Партия ойошмаларында”   тупланмаһынан.

                Абдуллина яҡшы эшләй.

    Малаяҙ районында партия кабинеты 1936 йылдың июль айында  ғына төҙөлдө. Бында мөдир булып иптәш Абдуллина эшләй.  Иптәш Абдуллина  ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  партия кабинетының  эшен яҡшы ғына юлға  һала алған.  Кабинет  яҡшылап биҙәлгән.  Консультация  һәм лексия үткәреү өсөн айрым бүлмәләр бар. Бөгөнгө көндә ете кеше  ленинизмде өйрәнеү курсында уҡыйҙар.  Унан тыш, партия кабинетында  радио аша лексиялар тыңлауҙы ойошторасаҡтар.

 М.Сәхәү.

………………………

                  Белдереүҙәр.

Ошо йыл, 24 ноябрҙән башлап, телефон бәйләнеше асыла:

    Өфө-Мәскәү  - сәғәт һигеҙҙән унға,  ун өстән ун бишкә һәм ун туғыҙ сәғәт утыҙ минуттан егерме бер сәғәт утыҙ минутҡа тиклем.

    Өфө-Куйбышев   - тәүлек әйләнәһенә.

    Өфө-Оренбург – 15 сәғәт утыҙ минуттан  16 сәғәткә тиклем.

(Мәскәү ваҡыты менән).

   Мәскәү менән һөйләшеү - 3 минут  тарифы  5 һум 10 тин.

   Куйбышев һәм Оренбург  менән һөйләшеү шул уҡ ваҡыт өсөн  2 һум 10 тин.

   АТС  дирекцияһы.

………..

1936 йыл, 1 декабрҙә, кис сәғәт алтыла, Тел һәм әҙәбиәт институты (Пушкин урамы, 104) бинаһында яңалифтең  Башҡортостан комитеты һәм Тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты, “Башҡортостан” газетаһы редакцияһы  менән берлектә, 1936 йылдың ғинуарында курс семинарҙарға йөрөүсе  урындағы лингвистарҙың  йыйылыштарын саҡыра.

 

 (“Башҡортостан” гәзите, 28 ноябрь, 1936 йыл.

Эксперт: Кооперация - ауылдарҙың киләсәге
Эксперт: Кооперация - ауылдарҙың киләсәге
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Һеҙ еңелгән бәхәс
Һеҙ еңелгән бәхәс
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Шәхси сиктәр
Шәхси сиктәр
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Башкорт йыры 2020
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии