Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин).
Партия тормошо онотолған.
Беҙ Хәйбулла районы газетаһы “Көрәш байрағы”ның партия тормошон үҙ битендә нисек яҡтыртыуы менән ҡыҙыҡһынып уның август, сентябрь һәм октябрь номерҙарын ҡарап сыҡҡайныҡ. Һөҙөмтәлә газета был мөһим эшкә яуапһыҙ ҡарап, өс ай эсендә партия тормошо, партия уҡыуҙары тураһында ни бары дүрт кенә хәбәр урынлаштырған.
…
Баймаҡ. Сибай автотранспорты йөк ташыу буйынса йыллыҡ планын арттырып үтәне. Ҙур сабыш өсөн көрәште киң йәйелдереп, шофер Моталлаповтың 109 мең һәм Марченконың 107 мең километр сабыш яһауҙары өсөн, былар һәр береһе мең ярым һум менән бүләкләнделәр.
Ҡ.Ҡотлой.
…
Белоретҡа даими театр кәрәк.
Белорет Башҡортостан райондары араһында промышленность үҙәге булыуы менән билдәле. Унда завод эшселәре меңдәр менән иҫәпләнә. Шулай була тороп та, Белорет ҡалаһының үҙендә даими театр юҡ. Культура һарайы эргәһендә башҡорт һәм рус драма түңәрәктәре генә халыҡты ҡәнәғәтләндерә алмай.
Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатына был турала етдиерәк уйланырға ваҡыт түгел микән?
Сөнәғәтов.
……….
(“Башҡортостан” гәзите, 17 декабрь, 1936 йыл.