"Башҡортостан" гәзите, 27 декабрь, 1936 йыл

     

Яуаплы редакторы Төхфәт Кәлимуллин).

            Тәржемәсе-редакторҙар әҙерләү курсы.

   Маркс, Энгельс, Ленин әҫәрҙәрен, шулай уҡ художество  әҙәбиәте классиктарын СССР  халыҡтары теленә тәржемә итеүселәр  - редакторҙар  һәм  эре милли  газеталар  өсөн редакторҙар әҙерләү өсөн, ВэКаПэ(бэ) ҡарары  буйынса  Мәскәүҙә өс  йыллыҡ үҙәк  курс ойошторола. Курсты  тамамлағандар  юғары белемле ВэКаПэ(бэ) ағзалары  итеп ҡабул ителәләр.

  (“Башҡортостан” гәзите, 27 декабрь, 1936 йыл.

   Троцкийҙың Мексикаға инеүенә ирек биреүгә ҡаршы

             протест резолюцияһы.

  Нью-Йорк, 26-һы. Мексиканың  коммунистар партияһы органы “Эль-мачете” Троцкийға Мексикаға инеү өсөн рөхсәт биреүгә ҡаршы окружной  һәм ерле профсоюз ойошмалары тарафынан ҡабул ителгән бик күп  резолюцияларҙы баҫып сығара. Резолюциялар Троцкийҙы революцияға хаинлыҡ итеүсе һәм фашизмдың союзнигы, тип ғәйепләйҙәр.  Тәьҫирле  “Революцион яҙыусылар һәм художниктәр лигаһы” ла шулай уҡ Троцкийҙың  фашизм союзниге булыу мотивен күрһәтеп,  Троцкийҙың  Мексикаға индерелеүенә ҡаршы протест белдерә. 

        

Дүрт мең биш йөҙ һум аҡса ҡайҙа?

    Учалы районы, “Марс” колхозы председателе Өмөрҙәҡов колхоз малын туҙҙыра, ул биш йөҙ һум аҡсаны үҙләштерә. Ә бөтәһе дүрт мең ярым һум аҡса  таратыла.  Ул аҡса ҡайҙа икән?

       С.

  1937 йылдың ғинуар айында Башҡортостан шахмат-шашка секцияһының клубы асыласаҡ. Был клубта Өфө ҡалаһындағы шахмастистар өсөн һәр ваҡытта ла турнир, ярыш, өйрәнеү кеүек уйындар үткәреләсәк. Клубта утыҙ комплектлы шахмат һәм шашка һәм уйнау өҫтәлдәре, ултырғыстар алыу өсөн  өс мңең һум аҡса билдәләнеп, заказдар бирелгән.

   С.К.

 

 (“Башҡортостан” гәзите, 28 декабрь, 1936 йыл.

Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Зариф Байғусҡаров: Закондар эшләргә тейеш
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Йәмғиәт алдында яуаплыһың
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Стәрлетамаҡ рус дәүләт театры актеры Артур Ишмөхәмәтов
Аҡлы-ҡаралы юлдар
Телеканал БСТ в рамках программы «Счастливый час» запустил марафон «Счастливая женщина»
Башкорт йыры 2020